Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июль 2018, 10:38

Фәрит Ғүмәров: "Һыу ятҡылыҡтарында ялығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итегеҙ!"

Республикала көндәр эҫе тора. Шуға ла күптәр ваҡыттарын һыу ятҡылыҡтарында үткәрә. Бер үк ваҡытта һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтары ла йышая башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуға батыусылар араһында балалар ҙа бар. Һыу объекттарында хәүефһеҙ ял итеү тураһында һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.

- Һыуҙа фажиғәле осраҡтарҙың үҙенсәлектәре ниндәй?
- Өс иң мөһим осраҡта туҡталам:
- беренсенән, һыу объекттарында һәләк булыусылар һанының күбеһе июль айына тура килә. Был ошо айҙа көндәрҙең эҫе тороуына, шулай уҡ отпуск һәм каникулдарға бәйле. Һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтарының яртыһы тап июль айында була. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың июль айының тәүге көнөндә үк алты кеше батып һәләк булған;
- икенсенән, йәй көнө транспорт сараларының һыу объекттарына төшөүенә бәйле бәхетһеҙлек осраҡтары була. Уҙған йыл Хәйбулла районында өс кешенән торған ғаилә еңел автомобилдә Таналыҡ йылғаһында батып үлә;
- өсөнсөнән, балыҡ тотҡанда фажиғәле осраҡтарҙың артыуы. Йыл башынан дүрт балыҡсы вафат булған. Улар араһында - Краснокама районынан ун йәшлек малай.
Ялығыҙҙы планлаштырғанда һыуҙа хәүефһеҙлек тураһында ла оноторға ярамай.
- Һыу инеү осоронда бәхетһеҙлек осраҡтарының төп сәбәбе ниндәй?
- Һыуҙа фажиғәләрҙең төп сәбәбе - йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү, иҫерек булыу, үҙеңдең физик мөмкинлектәреңде дөрөҫ баһаламау, һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү, өлкәндәр тарафынан балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырыу.
Быйыл булған фажиғәле осраҡты миҫал итеп килтерәм. Өфө ҡалаһында Теплое күлендә туғыҙ йәшлек малайҙың ҡараусыһыҙ һыу инеүе уның үлеме менән тамамлана. Йәки уҙған йыл Ауырғазы районында 8 һәм 9 йәшлек ике ҡыҙҙың батып үлеүе. Ҡыҙҙар өлкәндәрһеҙ, үҙҙәре генә Өршәк йылғаһында һыу инергә ҡарар итә.
- Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙлек осраҡтарын профилактикалау буйынса эш нисек ойошторолған?
- Һыу объекттарында 75 махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары асылды, унда ҡотҡарыусылар дежурлығы ойошторолған. Мәҫәлән, Өфөлә ошондай һыу инеү урындарында 20 кеше ҡотҡарылған.
Көн һайын ҡотҡарыусылар республика һыу объекттары буйлап профилактик рейдтарға сыға. Ошондай рейдтар барышында "ҡырағай" пляждар асыҡланған осраҡта ваҡытлыса ҡотҡарыу постары урынлаштырыла. Профессиональ ҡотҡарыусылар менән бер рәттән һыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн йәмәғәт ҡотҡарыусылар, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәте йәлеп ителде.
Һыу ятҡылыҡтарында ял итеүселәр өсөн батҡан осраҡта манекендарҙа ярҙам күрһәтеү тәртибен күрһәтеп, һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын аңлатыу буйынса акциялар үткәрелә.
Профилактик эште йыл һайын камиллаштырабыҙ, ошоға бәйле һыуҙа һәләк булыусыларҙың һаны кәмеүе күҙәтелә - 2012 йылда 122, 2017 йылда 93 кеше.
- Һеҙҙең ғәҙәттән тыш ведомство тарафынан хәүефле һыу ятҡылыҡтары иҫәбе алып барыламы?
- Һыу инеү миҙгелендә күберәк Ағиҙел, Дим һәм Ыҡ йылғаларында батып үләләр. Ағымдағы йылда Ағиҙел йылғаһында алты кеше батҡан.
Республиканың барлыҡ йылғаларына 55% батыусылар тура килә. Ҡалған осраҡтар күлдәр, быуалар һәм карьерҙарға бәйле.
Улар араһында ир-егеттәр күберәк - 85%. Уҙған йылда ла яҡынса ошондай һан булған - 80 ир-егет, биш ҡатын-ҡыҙ һәм һигеҙ бала батҡан.
- Бәхетһеҙлек осраҡтарын булдырмаҫ өсөн һыуҙа үҙеңде нисек тоторға?
- Йылғаларҙа, күлдәрҙә, быуаларҙа ялығыҙҙы хәүефһеҙ үткәрер өсөн таныш булмаған һәм ярамаған урындарҙа һыу инеүҙән тыйылығыҙ, иҫерек килеш, яңғыҙ һыу инмәгеҙ, тәрәнлеге билдәле булмаған урындарҙа һыуға һикермәгеҙ, ярҙан йыраҡ китмәгеҙ, балаларҙы һыуҙа ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: