Ғөмүмән, аҙнаны бик файҙалы үткәрерһегеҙ. Яңы уй-фекерҙәр, өмөтлө осрашыуҙар менән йәшәрһегеҙ. Тик кесе йома ғына бер аҙ көтөлмәгәнсәрәк килер. Йоманы тынысыраҡ үткәрегеҙ, етәкселәр күҙенә артыҡ салынмағыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡайһы бер ваҡиғалар бер аҙ борсолорға ла мәжбүр итер. Төплө уйлағанда, борсолоу өсөн әллә ни сәбәп тә юҡ һымаҡ. Был арала аҡсағыҙҙы уйлаңҡырап тотоноғоҙ. Бәғзеләр ҙур эштәрҙе башлап ебәреү тураһында ныҡлы уйланыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышындағы һөйләшеү, осрашыуҙар мотлаҡ файҙалы буласаҡ. Шишәмбелә ниндәйҙер күптән эҙләгән мәғлүмәтте табырһығыҙ. Шаршамбынан һуң матди ҡыйынлыҡтарҙы асыҡ һиҙә башларһығыҙ. Йондоҙҙар кеше араһында әҙерәк булырға ҡуша.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡатмарлы саҡта һәр ваҡыт ярҙамға өмөт итә алаһығыҙ. Ғөмүмән, ҡайһы бер элекке бәйләнештәрҙе яңыртыуығыҙ һәйбәт булыр. Уларҙың һеҙгә файҙаһы тейәсәк. Бәғзеләр киләсәккә маҡсаттарын тулыһынса асыҡлар, ҡайһыларына үҙгәрештәр индерер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ошо арала ниндәйҙер мөһим, киләсәгегеҙгә ҡағылған хәбәр ишетерһегеҙ. Уның кәңәш рәүешендә лә әйтелеүе мөмкин. Шаршамбыла кире ваҡиға булыуы бик ихтимал. Тик был хәлгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ һымаҡ. Иң уңышлы көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.