Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Июль 2018, 13:26

Йығылырымды белһәм, һалам түшәр инем

Рәсәй халҡы милкен, ғүмерен йышыраҡ страховкалай башланы. Шулай итеп беҙ, аҡсаны бик кәрәк көнгә йыябыҙҙыр, моғайын. Уйлап ҡараһаң, страховкалау - тап ошо осраҡ. Беҙ берәй бәхетһеҙлек булһа, милкебеҙҙең страховкаланыуын беләбеҙ. Был тағы ла - киләсәккә ышаныслы ҡарап, хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу ул.

Йәйге отпусктар мәлендә республикаға ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Практиканан күренеүенсә, уларҙың күбеһе ҡунаҡханаларҙа түгел, ә аҡса түләп күршеләребеҙҙең фатирҙарында урынлашасаҡ. Ошоға бәйле коммуналь авариялар һаны артасаҡ. Кемдер аш бүлмәһендә кранды ябырға онота, кемдер нимәнелер канализацияға ташлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙән һуң ғына милкен страховкалау тураһында уйлана башлай.

Күҙ алдына килтерегеҙ, почта элемтә бүлексәләрендә фатирҙы ни бары 45 һумға ғына страховкаларға мөмкин, страховкалау осоро - бер ай, килтерелгән зыян суммаһы 110 мең һумға тиклем ҡайтарыла. Страховка коммуналь аварияларға, күршеләр алдында яуаплылыҡҡа, милекте урлауға, янғын, бәлә-ҡазаларға ҡағыла.

Ай һайын 45 һумға милкен страховкалаған Рәсәй Почтаһы клиенттарына зыянды ҡаплатыу осраҡтары бихисап. Бына уларҙың бер нисәһе.

Һамар. Электр сымы эшенең авариялы режимы һөҙөмтәһендә фатирҙа янғын сыға. Уның эске өлөшөнә зыян килә. 30 мең һум сумма түләнә.

Өфө. Барлыҡ милке менән өй яна. Страховка килешеүе шарттарын иҫәпкә алып, төҙөлөш һәм биҙәү эштәре өсөн, тиңдәшле рәүештә, 50 мең һәм 30 мең һум түләнә.

Пенза. Фатирҙа янғын. Ремонт өсөн 30 мең һум түләнә.

Ҡазан. Страховкаланыусының коммуникациянан һыу ағыу сәбәпле, аҫтағы фатирға зыян килә. Уға 23 мең һум түләнә.

Милекте страховкалауҙың бик күп ысулдары бар. Был турала страховка компанияларында йәки почта бүлексәләрендә хат ташыусыларҙа белергә мөмкин.

Люзиә ИҪӘНҒУЖИНА, Стәрлебаш һәм Федоровка райондары буйынса почта элемтәһе цехы начальнигы.
Читайте нас: