Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Июль 2018, 13:37

Донъя именлегенә һөйөнөп йәшәй Ошо көндәрҙә Ҡарағош ауылынан Зөфәр Аҡсурин оло юбилейын билдәләне

Нимә тип әйтәһең, йәше бик оло уның. Ауыр һәм бормалы юлдар, бихисап һынауҙар һәм юғалтыуҙар аша, намыҫлы һәм бар көсөн һалып эшләп, һәр кем ошондай йәшкә етә алмай.

Беҙҙең юбиляр тап шундайҙарҙан. Зөфәр Бәхтейәр улы 1928 йылдың июнь аҙағында яҡты донъяға килә. Һуғыш йылдарында тиҫтерҙәре менән колхоздың төрлө эштәрендә ҡатнаша, ә 15 йәшендә тулы хоҡуҡлы колхозсы була. Һуғыштан һуң егетте фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Уны тамамлағандан һуң, бер йылдан Зөфәр Аҡсуринға ветеринар курстарға уҡырға барырға тәҡдим итәләр. Артабан хәрби хеҙмәткә алына. Өйөнә өс йыл ярымдан һуң - 1953 йылда ҡайта.

Зөфәр Бәхтейәр улы ғүмер буйына тынғыһыҙ ветеринар һөнәренә тоғро була. Бынан тыш, Рәил (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере фажиғәле өҙөлә) һәм Рауил улдары уның эҙенән китә. Тормош иптәше Рәшиҙә менән улар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Ике улы - педагог, ҡыҙҙары Зөлфиә медицина өлкәһендә эшләй. Хәҙер иһә ейәндәре уңыштары менән һөйөндөрә (олатайҙың 13 ейән-ейәнсәре һәм 22 бүлә-бүләсәре бар). Үкенескә ҡаршы, Зөфәр Бәхтейәр улының йәмәғәтенә уларҙы күрергә насип булмай. Уның яҡты донъя менән хушлашыуына 20 йыл. 30 йылдан ашыу юбиляр кесе улы Рауил һәм килене Әлфиә Хәмит ҡыҙы менән йәшәй. Уларҙың өйөндә ғаилә ағзалары һәр ваҡыт бер-береһенә ҡарата изге мөнәсәбәттә, өлкәндәргә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт, хужаларҙың киң һәм изге күңелле булыуы һиҙелә.

Зөфәр Бәхтейәр улының юбилейын ҙур, берҙәм ғаилә менән билдәләйҙәр, әммә бөтәһен дә йыйып булмай - кемдер хеҙмәт итә, кемдер уҡыуҙа, шуға ла август айында йәнә бергәләп осрашырға ҡарар итәләр.

Изге традицияға ярашлы, район һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре лә юбилярҙы иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Күптән түгел хеҙмәт ветеранын ҡотларға тотош делегация: район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова, Ҡарағош ауыл биләмәһе хакимите башлығы һәм вәкилдәре килде.

- 90 йәшегеҙ уңайынан иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, яҡындарығыҙҙың ярҙамын һәм иғтибарын теләйбеҙ, - тине Альбина Әбүзәр ҡыҙы, юбилярға Ил Президентының шәхси ҡотлауын, шулай уҡ район хакимиәтенән сәскә гөлләмәләре, бүләктәр һәм күстәнәстәр тапшырып.

- Һеҙ - йәш быуын өсөн лайыҡлы үрнәк. Халыҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәт итеү, эшһөйәрлек, ихласлыҡ өлгөһө, - тине юбилярға Ҡарағош ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Роберт Туҡтаров һәм шулай уҡ бүләк тапшырҙы.

Ҡотлауҙар ҡабул итеп, юбиляр ҡунаҡтарға иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдереп, ерҙә тыныслыҡ һәм именлек булыуын теләне. Юбилейығыҙ менән, Зөфәр Бәхтейәр улы, Һеҙгә сәләмәтлек һәм рух ныҡлығы теләйбеҙ!

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: