Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июнь 2018, 11:50

Тирә-яҡҡа иман һәм нур сәсә яңы мәсет

Тәтер-Арыҫлан ауылы халҡы был ваҡиғаны бер йыл ғына көтмәне. Ауыл халҡының күңелендә һәр ваҡыт ауыр заман үтер ҙә, дин тергеҙелер һәм ҡурҡмайынса ислам ҡанундары буйынса йәшәрбеҙ, намаҙға баҫырбыҙ тигән өмөт менән йәшәне. Әлбиттә, был заманалар күптән артта ҡалды. Әммә кешеләр бөтә күңеле менән теләһә лә, ауылда мәсет булманы. Һәм бына, ниһайәт, әһәмиәтле көн етте - Ибраһим ғәләйһис-сәләм мәсете (ислам тарихында тәүгеләрҙән улы менән мәсет төҙөгән пәйғәмбәребеҙ хөрмәтенә) тантаналы асылды. Кешеләр был ваҡиғаға ла, ҡояшлы көнгә лә ихлас шатланды, төҙөүселәргә һәм йомарт ауылдаштары Ришат Ибраһимовҡа рәхмәттәр уҡыны.

Мәсет - ул кешеләрҙе донъяға ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рухи һәм мәғрифәтселек үҙәге. Дин - ул нәсихәт. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйыу ул. Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр тип әйтелә хәҙистә. Тимәк, мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кеше йәннәт һарайына лайыҡ.

2007 йылдың 12 майы... Пермь крайы губернаторы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, контроль департаменты директоры, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте ветераны Ришат Таһир улы Ибраһимов тормош иптәше Илира Фәрғәт ҡыҙы менән туғандарына мәсет төҙөү ниәте тураһында хәбәр итеү һәм кәңәшләшеү өсөн ауылға ҡайта. Туғандары уларҙы тулыһынса хуплап, ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Ауыл аҡһаҡалдары менән кәңәшләшкәс, мәсет төҙөү өсөн мәрхүмә Зөләйхә әбейҙең иҫке өйө ултырған урын һайлана. Ул - өләсәй, ҡарт өләсәйҙәребеҙҙең ысын үрнәге. Ире һуғышта һәләк булғас, ул яңғыҙы балаларын аяҡҡа баҫтыра. Аллаһ йортон төҙөү шулай башлана. 11 йыл дауамында Ришат Таһир улы, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, алыҫ араларҙы яҡын итеп, уйлаған ниәтен тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. Ауыл халҡы ла изге эштән ситтә ҡалмай, ҡулдан килгәнсе - аҡсалата, транспорт менән ярҙам итә, эшселәр өсөн төшкө аштар бешерә, шәмбе өмәләре үткәрә. Берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһе - бик күп кешегә иҫәпләнгән ике манаралы ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән ҙур, иркен, матур мәсет. Ярты айлы ике бейек манара ауылдың һәр еренән тиерлек күренеп тора. Территорияға тротуар плитәһе түшәлгән, төрлө сәскәләр ултыртылған, семәрләп яһалған бейек ҡапҡа ҡуйылған. Мәсетте асыу көнөндә бында эш мәлдәре - төҙөлөш, шәмбе өмәләренән фотоһүрәттәр стенды ҡуйылғайны. Уларға ҡарап Аллаһ йортон төҙөү ауыл халҡын ныҡ берләштергән тип әйтеп була. Ә кешеләр бында йома намаҙына йыйыла башлаһа, мәсеттәрҙең төп бурысы - берләштереү, күңел сафлығына саҡырыу - һис шикһеҙ, үтәләсәк.

Уҙған йома көндө, 22 июндә, мәсетте тантаналы асыу булды һәм ошоға бәйле бында ҡәҙерле ҡунаҡтар - Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, Рәсәй мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзының Башҡортостан Республикаһы буйынса рәйесе Розалия Халиҡова, райондың имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт Биктимеров, башҡа мәсет вәкилдәре, Тәтер-Арыҫлан һәм яҡын-тирә ауылдар халҡы һәм ҡунаҡтар йыйылды.

«Быға тиклем районда 22 мәсет эшләй ине. Был иҫәп буйынса 23һө. Дин кешеләрҙе һәр ваҡыт изге эштәргә әйҙәүен яҡшы беләбеҙ. Беҙҙең теләктәр - иман йорто халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен һәм бәрәкәт килтерһен», - тине Фәнүр Зөфәр улы, сараның тантаналы өлөшөн асып.

Тәлғәт Тажетдин йыйылыусыларҙың барыһын да Аллаһ йорто асылыуы менән ҡотлап, дингә ышаныусылар өсөн был шатлыҡлы ваҡиға, тип билдәләне.

- Ерҙә иң яҡшы урындар - Аллаһ йорто торған урындар - мәсеттәр. Һәм беҙ һеҙҙең менән Аллаһы Тәғәлә яратҡан ошондай бер ер киҫәгендә торабыҙ. Башҡортостан территорияһында ни тиклем мәсеттәр күберәк төҙөлһә, шул тиклем кешеләр күңеленә лә инеп ҡунған Иблис - шайтан өсөн дә урын аҙыраҡ ҡаласаҡ, - тине ул.

Тәлғәт Тажетдин әйтеүенсә, 1984 йылда республикала барлығы 17 мәсет була, бөгөн иһә улар меңдән ашыу. Күпселек осраҡта уларҙы ауыл халҡы дөйөм тырышлыҡ менән төҙөй. Ул шулай уҡ мәсетте асыу Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә тура килеүен һәм был осраҡлы булмауын билдәләне. Баш мөфтөй Еңеү килтергәндәрҙең батырлығы тураһында бер ваҡытта ла онотмаҫҡа саҡырҙы. Сөнки Еңеү яуланмаһа, беҙ тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәмәҫ һәм ошондай биналар төҙөмәҫ инек.

«Мин тыуып-үҫкән хозур тәбиғәтле ошо ауылға, ата-әсәйемә, ауылдаштарыма, туғандарыма һәм яҡындарыма рәхмәт белдерәм. Атай-әсәйҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ аҙан тауышы ишетмәйенсә яҡты донъя менән хушлашыуына күңелем әрней. Мәсет төҙөү уларға рәхмәт һүҙҙәре белдереүҙең берҙән-бер ысулы», - тине сығышында Ришат Таһир улы.

Әлбиттә, ошондай сараларҙа мәсет төҙөүгә тос өлөш индергән кешеләргә рәхмәт белдерәләр. Р.Ибраһимов һүҙҙәре буйынса, Арыҫлан Вахитов, Михаил Никулин (икеһе лә Ульяновск өлкәһенән), Хәлиҙә һәм Фәнис Юнысовтар, Илшат Латипов, Зилә һәм Азат Арыҫлановтар, Айгөл һәм Айнур Хәбибрахмановтар, Наил Вәлиев, Светлана Бәхтейәрова, Фәниә Рысаева, Руслан Арыҫланов һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәткән. Был көндө күптәрҙән әгәр ярҙамың тураһында ҡысҡырып һөйләмәһәң, Аллаһы Тәғәләнән һауабы ла тағы ла күберәк буласаҡ, тип ишеттем. Мәсет төҙөүгә һалынған ҡул көсө һәм аҡсалата ярҙам ауыл халҡының татыу һәм имен йәшәүенә булышлыҡ итһен. Райондың имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт, Фәнис Ибраһимов, Розалия Халиҡова, Альфред Ибраһимов та изге теләктәр һәм рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе.

Артабан Баш мөфтөй иң әүҙем төҙөүселәрҙе Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының Рәхмәт хаттары менән билдәләне, ә мәсет төҙөүгә айырыуса өлөш индергәндәргә «Аль-Игтисам» («Берҙәмлек») миҙалы тапшырҙы. Сығышын тамамлап, ул мәсеткә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты флагын бүләк итте, уның әйтеүенсә, флагтың төҫтәре исламдың бөтә тарихын кәүҙәләндерә. Рәсми өлөш тамамланғандан һуң, ҡыҙыл таҫманы киҫеп, сарала ҡатнашыусылар мәсеткә юлланды. Уның эсе матур итеп биҙәлгән: келәмдәр түшәлгән, шаршауҙар ҡоролған, ҙур люстра ҡуйылған һ.б. Йыйылыусыларҙы шатландырып, кешеләрҙе изге эштәргә өндәп, ауылда аҙан тауышы яңғыраны. Беренсе йома намаҙы уҡылды. Һис шикһеҙ, «Ибраһим ғәләйһис-сәләм» мәсетенә йөрөүселәр Тәлғәт Тажетдин менән бергә уҡыған был намаҙҙы ғүмерлеккә иҫтә ҡалдырыр.

Сараны билдәле популяр йырсы Радик Динәхмәтовтың, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп уҡыусыларының сығыштары биҙәне.

Мәсетте асыу ауыл тормошонда ҙур ваҡиға булды. Был көндө яңғыраған барлыҡ изге теләктәр тормошҡа ашыр һәм манара башына ҡуйылған ярты айҙар тик шатлыҡлы ваҡиғалар шаһиты булыр тип ышанабыҙ. Амин!

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: