Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июнь 2018, 11:42

Онотолмай ул көн - мәңге хәтерҙә

Һуғыш ул - оло фажиғә. 1941 йылдың 22 июне иртәһендә илебеҙҙә: «Һуғыш!» тигән ҡот осҡос хәбәр тарала. Ата-әсә ҡосағынан бик иртә айырылған, бер һыныҡ икмәккә тилмергән балалар, яу яланында ятып ҡалған атайҙар, яңы ғына балалыҡтан сығып, тыуған иленең азатлығы өсөн сит ерҙәрҙә ятып ҡалған йәп-йәш егеттәр, тол ҡалған ҡатындар, аслыҡтан ҡоро һөйәккә ҡалған бала-саға, ҡатын- ҡыҙ, ҡарт-ҡоро. Күпме емерелгән яҙмыштар, өҙөлгән хыялдар, урланған бала саҡ.

22 июндә шул фашиғәле ваҡиғалар иҫтәлегенә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Уҙған йома көндө беҙҙең районда ошо датаға бағышланған сара булды. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова, Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы Эдуард Денисов, район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, мәктәп уҡыусылары һәм башҡа стәрлебаштар Еңеү паркында Ҡайғылы әсә һәйкәленә тере сәскәләр һалды.

- Бөйөк Ватан һуғышында 30 миллионға яҡын граждан башын һала һәм шуларҙың араһында дүрт меңдән ашыуы - беҙҙең яҡташтарыбыҙ - стәрлебаштар, - тине А.Ә.Суфьянова. - Һуғыш башланған көн ил тарихында оло ҡайғы. Беҙ әлеге тыныс тормош өсөн батырҙарса һуғышҡан геройҙарыбыҙҙы мәңге хәтерләргә тейешбеҙ. Һәм бөгөн тыныс күк йөҙө өсөн хөрмәтле ветерандарыбыҙға: «Рәхмәт!» тип әйтәбеҙ.

Йыйылыусылар Бөйөк Еңеү өсөн һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны А.Абдрахманов иптәштәре менән ҡот осҡос һуғыш башланыуы тураһында нисек ишетеүҙәрен һөйләне: «Иптәштәрем менән район клубы алдында йыйылғанда Ю.Левитандың тауышын ишеттек һәм шул ғүмерлеккә иҫтә ҡалды. Спектакль булырға тейеш ине. Һуңлап булһа ла уны күрһәттеләр. Һуңынан меңдәрсә ир-егет илебеҙҙе ҡапыл һөжүм иткән дошмандан яҡлар өсөн фронтҡа китте». Һуғыш ветеранынан ошондай хәбәрҙе ишетеү мәктәп уҡыусылары өсөн - ҙур бәхет. Сөнки көн һайын һуғышта ҡатнашыусылар аҙайғандан-аҙая. Оҙаҡламай һалдаттарыбыҙҙың батырлыҡтары, һуғыш йылдары ваҡиғалары тураһында киләсәк быуын китаптан ғына уҡып беләсәк. Хеҙмәт ветераны Р.Рафиҡов мәктәп уҡыусыларына «Ҡайғылы әсә» һәйкәленең авторы кем булыуы һәм унда 60-сы йылдарҙағы комсомолдарҙың әлеге йәштәргә мөрәжәғәте менән ваҡыт капсулаһы йәшерелгән тигән сере менән уртаҡлашты. Сараны район үҙәге мәктәп уҡыусылары башҡарыуында шиғырҙар биҙәне.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: