Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июнь 2018, 11:46

Оҫта ҡуллы ханым

Үҙенең бала сағын Гөлназ Абдуллина йылмайып хәтерләй. Сөнки Стәрлебаш үҙәгендә тыуып үҫкән, тәбиғәте буйынса сая, үткер ҡыҙҙың иҫкә төшөрөрлөк хәтирәләре бихисап.

Ул бала саға араһында «һуғыш суҡмары» була. Айырыуса унан малайҙарға эләгә. Тәртипһеҙҙәрҙе ғәфү итмәй. Малайҙар кеүек һуғыш, атыш уйындарын ярата... Ҡараңғы төшөп, өйгә ҡайтҡас ҡына ул үҙенең уйынсыҡтарын иҫенә төшөрә. Ҡурсаҡтарын ул нисек кенә кейендермәй! Уларға күлдәктәр, итәктәр, кофта, башлыҡтар, хатта аяғына кейергә әйберҙәр ҙә тегә. Урамда әүҙем уйындарҙан һуң ул тегеү эштәре менән булышып, бик тиҙ татлы йоҡоға тала. Һәйбәт уҡый. Башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек, тик ғәҙеллек хисе генә көслө була. Ғаиләлә Гөлназ апаһы һәм ағаһы менән тәрбиәләнә. Уларҙың ата-әсәһе эштән бушамағанлыҡтан, балалар көн буйына үҙ - үҙҙәренең ҡарамағында була. Ата-әсәләре уларға төшкө аш бешерергә, фатирҙы тәртиптә тоторға, берҙәм, дуҫ булырға ҡуша һәм улар быны теүәл үтәй. Әсәйҙәре магазин мөдире булып эшләй һәм өйгә һуңлап, магазин ябылғас ҡына ҡайта. Ә атайҙары, милиция капитаны Салауат Талха улы Шәрипов, ял көндәрендә өйҙә булырға тырыша һәм балаларына бик күп ваҡыт бүлә. Гөлназдың бындай саҡта бәхетенең сиге булмай, сөнки уларҙың атаһы, алъяпҡыс кейеп, аш-һыу бүлмәһендә тәмле аштар бешерә.

Бергәләп улар туҡмас та киҫә, билмән дә яһай, хатта ҡамыр аштары ла әҙерләй. Ата-әсәһенең: «Кем эшләмәй, шул ашамай», тигән ябай, әммә һәр кемгә ҡағылышлы девизы була. Һәм был эшләй. Әсәйҙәре ҡайтыуға өҫтәл әҙерләнгән була, ә балаларының бите, аҡ болоттар араһында йондоҙҙар кеүек, онланып бөтә. Гөлназ ата-әсәһенең уларҙы йыш урманға алып барыуын да хәтерләй. Бындай сәйәхәттәр ожмахҡа тиң кеүек була. Апаһы бейек ағастарға үрмәләй, ә ағаһы атаһының мотоциклында ялан буйлап саба, ә Гөлназ банкаға төрлө бөжәктәр йыя. Был банканың эсендә ҡарышлауыҡтарҙан башлап гөж килгән иңкешкә тиклем урмандағы бөжәктәрҙең барыһы ла тиерлек була.

Ата-әсәһе усаҡ яғып, донъяла иң тәмле ашты бешергәнсе, Гөлназдың банкаһы тула һәм ул бөжәктәрҙе өйрәнә.

Эйе, ҡыҙҙың биология фәненә ҡыҙыҡһыныуы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәндәр һәм уҡытыусыларҙың береһе лә уның был һәләтен күрмәй...

Әммә һөйөклө әсәһенән алған тормошта мөһим һәм кәрәкле икенсе һәләт уның ҡанында була. Әсәһе кеүек үк, кәрәк булһа йәки теләге барлыҡҡа килһә, ул тегеү машинаһы артына ултыра. Әммә, үҙенә матур кофта тегеп, эс яғын рәтләй алмағас, ҡыҙ: етте, үҙ-аллы тегеүҙе туҡтатырға, оҫта итеп тегергә өйрәнер өсөн уҡырға кәрәк тип ҡарар итә!

Һәм ул апаһы менән 10 класты тамамлағандан һуң Өфөгә юллана. Баш ҡалала көн буйына йөрөп, тегеү училищеһын тапмағас, улар Гөлназдың документтарын ... финанс техникумына тапшыра. Ә кисен, осраҡлы ғына Гөлназдың ҡулына 10 һанлы училищеның тегеү бүлегенә уҡыусылар ҡабул итеүҙәре тураһында белдереү яҙылған гәзит килеп эләгә. Икенсе көнөнә үк, иртән иртүк тороп, ҡыҙ документтарын финанс техникумынан алып шул училищеға тапшыра. Бына шул көндән алып Гөлназ Абдуллина үҙен профессиональ тегеүсе тип иҫәпләй. Ике төркөмдән Гөлназ һәм Мегион ҡалаһынан тағы бер студент ҡыҙ училищены иң юғары IV разряд менән тамамлай. Башҡа 58 уҡыусы училищены II рязряд менән тамамлай. Был уның хеҙмәт биографияһында үҙенән үҙе һөйләүсе факт. Практиканы ул билдәле «8 март» Өфө фабрикаһында үтә. Шунда 10 йыл эшләй. Тормошҡа сыға. Мишкә районында иренең тыуған ауылына күсеп ҡайталар. Ул урындағы балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Кескәйҙәр өсөн байрамдар ойоштороу, балалар баҡсаһын биҙәү һәм матурлау менән шөғөлләнә һәм, иң мөһиме... күңел һалып балаларға костюмдар тегә. Кескәйҙәр уны бик ныҡ ярата, ә ата-әсәләр хөрмәт итә.

Артабан тағы күсенеүҙәр. Был юлы ғаилә уның тыуған ауылында төпләнә. Гөлназ һәм Фәнис Абдуллиндар Әлиә исемле ҡыҙ һәм Ильяс улдарын тәрбиәләй. Өйҙәрендә татыулыҡ һәм уңайлылыҡ. Ҡыҙҙары Ҡазан Федераль университетында бакалавриат тамамлағандан һуң Ҡазан Милли-тикшеренеү Техник университетында уҡыуын дауам итә, улдары - мәктәптә белем ала һәм һуңғы йылдарҙа әсәһе эшләгән район Мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Гөлназ Салауат ҡыҙының бында эшкә урынлашыуына дүртенсе йыл. Бында ул яратҡан эше менән шөғөлләнә. Гөлназ Салауат ҡыҙы теккән костюмдар тамашасылар тарафынан юғары баһалана. Сағыу, матур, үҙенсәлекле кейемдәр сәхнәлә күҙҙең яуын алып тора. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бихисап сараларға һәр ваҡыт яңы костюмдар тегеп булмай һәм ул иҫкеләрен дә яңыртырға баҙнат итә. Етди, һәр ваҡыт йыйнаҡ Гөлназ мәҙәни хеҙмәткәрҙәрҙең ижади проекттарына дөрөҫ алым һайлай. Сценарийҙы уҡып, режиссер менән һөйләшкәндән һуң, репетицияларҙы ҡарай, Интернетта эҙләнә, ойоштороусыларға үҙ тәҡдимдәрен әйтә һәм шунан ғына сәхнә костюмдарын тегергә тотона. Уға барыһы ла мөһим: туҡыма, уның төҫө, еп, эслек... Һис шикһеҙ, ул эшен ярата. Ә һөйөү менән башҡарылған әйберҙәр тамашасыға, үҙешмәкәр артистарҙың үҙҙәренә лә оҡшамауы мөмкин түгел.

- Беҙҙең костюмер һәр ҡайһыбыҙҙы йөҙгә генә түгел, кәүҙәбеҙҙең үлсәмдәренә тиклем белә, - тип шаярталар улар рәхмәтле йылмайып.

- Беҙҙең заманда бер нимә лә урында тормай, барыһы ла үҙгәрә. Һәм яҡшы яҡҡа. Мәҫәлән, беҙ ҡыҙыҡлы бейеүҙәр ҡуябыҙ, ә иҫке костюмдарҙа улар тамашасыларға ҡыҙыҡлы түгел. Улар иһә сағыу, матур тамаша ҡарарға килә. Беҙ костюмдарҙы ситтә тектереп тә ҡарағайныҡ. Был бик мәшәҡәтле һәм файҙаһыҙ булды. Директор булараҡ, мин район Мәҙәниәт йортонда тегеү буйынса үҙебеҙҙең оҫта булыуын теләнем. Элекке хеҙмәткәр хаҡлы ялға сығыу менән, костюмер вазифаһын беҙ рәссам-модельер вазифаһына үҙгәрттек һәм тейешле белгес эҙләй башланыҡ. Гөлназ Салауат ҡыҙы эшкә килеү менән костюмдар кабинеты танып булмаҫлыҡ үҙгәрҙе. Таҙа, бөхтә, һәр нимә үҙ урынында. Әммә беҙ Гөлназ Салауат ҡыҙы: «Мин үҙем тегә беләм!» тигәнсе, костюмдарға ҡалала заказ биреүебеҙҙе дауам итә инек. Шул көндән алып эштәр алға китте. Тегеү өсөн яңы заманса ҡоролмалар һатып алдыҡ. Иң мөһиме - уны өйрәтергә кәрәкмәй, ул үҙ эшенең оҫтаһы. Кейемдәрҙе теккәндә фантазия күрһәтеп, эшкә ижади ҡарай. Эшһөйәр һәм бик яуаплы. Шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, барыһын да ваҡытында башҡара. Коллективта хөрмәт һәм абруй ҡаҙанды, - тип һөйләй район Мәҙәниәт йорто директоры Рафаил Мансур улы Йосопов.

Гөлназ Салауат ҡыҙы әсәһе Гөлрауза Әбделғәни ҡыҙына һәләтен тапшырғаны һәм иң яҡшы сифаттары, изгелеклелеге, һөйөүе һәм ярҙамы өсөн рәхмәтле. Ә эше тураһында:

- Мин эшемдән рухи ҡәнәғәтлек алам. Ни тиклем арыһам да, уйлағандарымды тормошҡа ашырғас, күңел күтәренкелеге тоям. Тейешле һөҙөмтәгә ирешер өсөн әйберҙе бер нисә тапҡыр һүтеп, йәнә тегәм. Сифат - беренсе урында. Был мине шул тиклем илһамландыра. Ниндәйҙер романтик әйбер эшләгән кеүекмен, - ти ҡыҫҡаса.

Зөлфиә ҒИЗЗЕТДИНОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: