Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июнь 2018, 12:09

Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйға мөрәжәғәт итеү тәртибе

«Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, Уполномоченный Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын боҙоу тураһында Рәсәй Федерацияһы, сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған шәхестәрҙең ялыуын; шулай уҡ дәүләт һәм үҙидара органдары, вазифалы шәхестәрҙең ҡарарҙарына йәки эшмәкәрлегенә (эш итмәүенә) ялыуҙарҙы тикшерә.

Уполномоченныйға мөрәжәғәт иткәндә ялыуҙа ғариза тапшырыусының исем-шәрифе, уның фекере буйынса хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙған йәки боҙоусы ҡарарҙар йәки эшмәкәрлек (эш итмәү) тураһында аныҡ итеп ҡағыҙға яҙылырға, шулай уҡ суд йәки административ тәртиптә тикшерелгән уның ялыуы буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар күсермәләре булырға тейеш.

Ялыуға ғариза тапшырыусы үҙенең проблемаларын хәл итеү өсөн мөрәжәғәт иткән дәүләт, суд, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләр тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙар күсермәләрен һалыу тураһында закондың был талабы, боҙолған хоҡуҡтарҙы оператив тергеҙеү өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, өҫтәүенә закон ялыу яҙғанда уның йөкмәткеһенән ниндәй ҙә юридик формаллек үтәүҙе талап итмәй.

Граждандар Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйға торлаҡ-коммуналь өлкәһе, хеҙмәт (шул иҫәптән, хеҙмәт хаҡын түләмәү) һәм пенсия хоҡуҡтары, торлаҡҡа конституцион хоҡуҡтарҙы боҙоуға һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеге менән килешмәүгә һ.б. бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.

Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйға ялыу: 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95 адресы буйынса тапшырыла. Ошо уҡ адрес буйынса һәр айҙың беренсе шишәмбеһендә уполномоченный халыҡты ҡабул итеү үткәрә.

Һәр айҙың беренсе көндәрендә 8 (347) 280-85-37 телефоны буйынса Өфөлә ҡабул итеү датаһын белергә һәм яҙылырға мөмкин.

Уполномоченный аппараты белгестәре аҙна һайын шишәмбе көндө Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95 адресы (2 ҡат, граждандар ҡабул итеү кабинеты) буйынса ҡабул итеү үткәрә.

Граждандар хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау буйынса аңлатмалар һәм тәҡдимдәрҙе телефон аша эш көндәрендә көн һайын 9.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем һәм 14.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем Уполномоченный аппараты белгестәрендә ала ала.

Бәйләнеш өсөн телефондар. Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный: 8 (347) 280-85-37, ҡабул итеү: 8 (347) 280-85-37, бүлек мөдире: 8 (347) 280-88-51, e-mail: [email protected].
Читайте нас: