Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Июнь 2018, 11:24

Игенсе хеҙмәте менән данлы

Игенсе һөнәре элек-электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙән һанала. Икмәк үҫтереүселәр һәр саҡ ябайлығы, ихласлығы менән башҡаларҙан айырылып тора, сөнки ер кешеһе хеҙмәт батырлығы күрһәтеп баҫыу иңләп тракторҙа, йә комбайнда йөрөгәндә барыһын да таң ҡалдырам тигән уй менән эшләмәй. Хеҙмәтен намыҫ менән башҡара, икмәк үҫтереүселәр ысын мәғәнәһендә ҙур ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ кешеләр.

Минең олатайым Ғәли Ғүмәр улы Собханғолов 1954 йылдың 25 авгусында Ҡабыҡҡыуыш ауылында донъяға килә. Ул баҫыу хеҙмәтсәндәренең өсөнсө быуыны. Уның олатаһы «Сталин» колхозының беренсе рәйесе була. Атаһы ла ер менән эшләй. 14 йәшендә, урта мәктәптә уҡығанда уҡ, олатайым хеҙмәт юлын комбайнсы ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылда «Маяҡ» колхозы ағзаһы итеп ҡабул ителә һәм армияға алынғансы тракторсы булып эшләй. Ике йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп, ауылына ҡайтҡас комбайнға ултыра. Биш йылдан ашыу комбайнсы булып эшләгәс, 1981 йылда уны МТМ мөдире итеп ҡуялар. Һуңынан да комбайнсы, ун йыл - малсылыҡ буйынса механик булып эшләй. 1998 йылда «Маяҡ» колхозында бригадир була. Ошо вазифала 2006 йылға тиклем эшләй. Шулай итеп, минең олатайым 21 йыл икмәк үҫтерә, ә 45 йыл ғүмерен ауыл хужалығына бағышлай. Минең яҡынса иҫәп буйынса: 21 йыл эсендә олатайым 2000 тонна ашлыҡ йыйған, унан 3 миллион 500 мең икмәк бешереп була. Олатайым етәкләгән звенолар яйлап ҡына мул уңышҡа ирешә, бер нисә тапҡыр район социалистик ярыш еңеүсеһе була. Уның фотоһүрәте район үҙәгенең Почет таҡтаһынан төшмәй. Ул миҙалдар, район һәм республика етәкселегенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. КПСС район комитеты, Ҡабыҡҡыуыш ауыл Советы депутаты була. Тормош иптәше, РФ Мәғариф отличнигы Ғәлиә Муллағәли ҡыҙы менән ике бала - Рөстәм исемле ул һәм Гөлназ ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам итәләр. Рөстәм Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. Ул - табип, юғары категориялы стоматолог-терапевт. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләй. Гөлназ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын һәм БР Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

Ғәли Ғүмәр улы һәр ваҡыт башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, тыуған еренә тоғро игенсе булды тиҙәр ҡабыҡҡыуыштар. «Мин тыуған еремә бурыслы», - тип әйтә ине ул. Хеҙмәте менән күп нимәгә иреште. Һәйбәт эшләгәнгә күрә хеҙмәте юғары баһалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең арала юҡ. Әммә ҡайҙа ғына булһам да, уның тураһында тик яҡшы һүҙҙәр ишетәм, бөтәһе лә уны йылмайым иҫкә ала. Уның тормош юлы буласаҡ игенселәр генә түгел, ысын ир-егеттәр, ғаилә терәге тәрбиәләүҙә үрнәк булып тора тип иҫәпләйем.

Ейәнсәре Юлиана СӘЛӘМОВА.

Өфө ҡалаһы.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: