Маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ көн һайын хыялына ҡаршы бара. Ныҡышмалылыҡ, эшһөйәрлек, түҙемлек... Был сифаттар уны шәхес булараҡ күрһәтә. 1-се Стәрлебаш урта мәктәбен тик «5» билдәләренә тамамлағандан һуң, ул үҙенең тәүге хыялын бойомға ашыра. Бөгөн Аделина - Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетының беренсе курс студенты.
- Һөнәрҙәр донъяһы бөйөк. Ул бихисап белгеслектәрҙе үҙ эсенә ала. Һәм һәр ҡайһыбыҙ һайлау алдында тора. Беҙ икеләнәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың, таныштарҙың, дуҫтарҙың фекеренә ҡолаҡ һалабыҙ. Йылдар артынан йылдар үтте, һәм минең тормошомда, һәр үҫмерҙеке кеүек үк, мөһим ҡарар ҡабул итеү осоро етте: миңә буласаҡ һөнәремде һайларға кәрәк ине, - тип үҙе тураһында һөйләй Аделина. - Был йәһәттән миндә бер ниндәй ҙә шик булманы, сөнки мин күптән табип булырға ҡарар иткәйнем!
Был һөнәр тураһында нимә беләм мин? Тәү сиратта, мин табиптың киң күңелле, әҙәпле, ниндәй ҙә мәлдә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше булыуын беләм. Табип һөнәре - батырлыҡ. Бер ниндәй ҙә хата ебәрергә ярамай, сөнки пациенттың ғүмере шуға бәйле. Шуға ла бала саҡтан тырыш булырға һәм, әлбиттә, һәйбәт уҡырға кәрәклеген аңланым. Сөнки белем ошо яуаплы һөнәрҙә бик кәрәк.
Табип - тәүлектең ниндәй ваҡыты, ниндәй милләт вәкиле булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ ярҙамға ашығырға тейешлеген беләм. Ысын табип өсөн насар йәки һәйбәт, ярлы йәки бай кешеләр юҡ. Әгәр кешегә ярҙам кәрәк икән - ул уны аласаҡ, сөнки уның алдында ысын табип торасаҡ, - тип тамамланы һүҙен Аделина Сәләхетдинова.
Үҙ һөнәренә ихлас ғашиҡ булған кеше тыуған районыбыҙға яҡшы белгес булып ҡайтһын һәм, әлбиттә, уның барлыҡ хыялдары тормошҡа ашһын өсөн Аделинаға уҡыуын уңышлы тамамлауын теләйбеҙ!
Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото ғаилә альбомынан алынды.