Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июнь 2018, 11:24

Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар яраһы

Ҡайһы ваҡыт беҙ төрлө мәсьәләләр буйынса төптән фекер йөрөтмәйенсә, хис-тойғолар һөҙөмтәһендә үткән дәүер атрибуттарын туҡтауһыҙ үҙгәртеп торған донъяның ысынбарлығына тигеҙләргә тырышабыҙ. Бындай ынтылыштар әсе тойғоларҙан башҡа бер нимә лә уята алмай. Был өҫтөңә утыҙ йыл элекке костюмды кейеп, хәтерһеҙ кеше кеүек, битарафлыҡҡа тиң. Ләкин Тыуған ил тарихында дәүләттең үткәне һәм бөгөнгөһө бергә айырылғыһыҙ булған үҙенсәлекле осорҙар, даталар бар. Ошо иҫтәлектәрҙән башҡа илде ил тип атау, ә унда тыуған кешене - гражданин тип әйтеү мөмкин түгел 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткәрелгән парад - шундай күренекле иҫтәлектәрҙең береһе.

Ул тәү сиратта нимәһе менән иғтибарға лайыҡ? Ни өсөн уға тәүҙә үк донъя кимәлендә әһәмиәтле ваҡиғалар рәтендә урын бирелә?

Быға бер нисә яуап булыуы мөмкин. Иң мөһимдәрен билдәләп үтергә баҙнат итеп ҡарайым. Башҡа көнбайыш һәм илдән күсеп киткән интеллигенттар мыҫҡыл иткән, репрессиялар менән иҙелгән, союздаш илдәр менән сағыштырғанда күпкә ярлыраҡ булған илебеҙ үҙебеҙҙең һәм башҡа илдәрҙе фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарып, бөтә донъяға халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ ихтыярын һәм рухын күрһәтте. Шуға ла Еңеүҙән һуң ай ярымдан һуң булған парадты Совет халҡының оло шатлығы, бар Совет халҡының дүрт йыл буйына, ә анығыраҡ әйткәндә, ун йыл дауам иткән үлемесле көрәштә еңеп сығыуы, илдә ҡабынған һуғыш утын һүндерә алыуы менән ғорурланыу тойғолары, ауыр һынауҙарҙы үткәргән илебеҙҙең лайыҡлы киләсәгенә яҡты өмөттәр уятыусы көн тип иҫәпләргә мөмкин. ХХ быуаттың иң ҡан ҡойғос һуғышында совет халҡы немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә ғәйәт ҙур ауырлыҡтар кисерә. Был иҫтәлекле көнгә ул утлы яуҙар, ҙур юғалтыуҙар һәм әҙәм көсө етмәҫ һынауҙар аша килә. Әммә беҙҙең яугирҙәр ил яҙмышының үҙ ҡулдарында булыуын яҡшы аңлаған, шуға күрә бер кем дә уларҙың рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн һындыра алмаған. Бар ауырлыҡтарҙы сыҙам күтәреп, улар еңеп сыҡҡан! Бөйөк Ватан һуғышы Совет кешеләренең батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ сифаттарына ғына түгел, бәлки уларҙың рухи юғарылығы, күңел сафлығы һәм күркәмлегенә лә ҙур һынау йылдары була. Бөйөк, көтөп алған Еңеүгә яугирҙәр ҙә, тылда бар көсөн һалып эшләгән ябай халыҡ та, һуғыштан яҡындарын көтөп алғандар ҙа, ҡәҙерлеләре яу яланында ятып ҡалғандар ҙа сикһеҙ шатлана.

Һуғыш шаңдауы ... Тол ҡалған ҡатындар, атай наҙынан мәхрүм ителгән етем балалар, ғәрәсәтле һуғышҡа барлыҡ улдарын оҙатҡан мәшһүр әсәйҙәр, яу яланында ятып ҡалған һанап бөткөһөҙ ғәйепһеҙ һалдаттар.... күпме фажиғә, афәт, ҡот осҡос хәбәр алып килә ул кешеләргә.

Тарихи парадта ҡатнашыусылар араһында Стәрлебаш районынан ике кеше - Советтар Союзы Геройы Сафа Хужам улы Хәсәнов һәм өс хәрби орден кавалеры Йәүҙәт Батыргәрәй улы Ғәлиев та була.

Улар һәм башҡалар нисә тиҫтә йыл батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ символдары булып тора. Миллиондарса Совет халҡы үҙ-үҙен аямай тыуған илгә хеҙмәт итеү үрнәгендә тәрбиәләнә.

Был хис-тойғолар үҫеп килеүсе быуындың эске күңел донъяһын байытыуҙа, күңел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә.

... Кешелек тарихында булған иң яуыз һуғыштарҙың береһе – ул Бөйөк Ватан һуғышы. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән был ҡот осҡос һуғышты күҙ алдына ла килтереп булмай. 1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башланыуын иғлан итмәйенсә Германия ғәскәрҙәре Советтар Союзына һөжүм итә. Бөтә халыҡ яуыз илбаҫарҙарға ҡаршы Сталиндың бойороғо менән яуға күтәрелә. Һәм бөтә көстө бергә туплап, улар еңеүгә ирешә. Тап шул ваҡытта ниндәй милләт вәкиле булыуҙарына ҡарамаҫтан кешеләр берләшә, бергә туплана һәм дүрт йылдан дошман үҙ өңөндә - Берлинда тулыһынса тар-мар ителә.

Әммә Еңеү яулар өсөн күпме юғалтыуҙар кисерергә тура килә! Ғәйәт ҙур һандар! «Труд» гәзитендә Бөйөк Ватан һуғышында 26,6 млн. хәрби хеҙмәткәр һәм ябай халыҡ һәләк булды тигән хәбәр булды. Был рәсми танылған һан. Әммә ҡайһы бер билдәле тарихсыларҙың һуғыш ҡорбандары күпкә күберәк булған тигән фекерҙәре барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, «Ауыл тормошо» гәзитендә ошондай мәғлүмәт сыҡты: һәләк булыусылар 30 миллионға яҡын, тағы 10 миллиондан ашыу кеше һуғыштан һуң алған яраларынан һәм контузиянан вафат була. Стәрлебаштар ҙа дошманға ҡаршы бөтә ил менән бергә ҡыйыу көрәшә. Беҙҙең райондан шул йылдарҙа армияға туғыҙ меңдән ашыу кеше алына. Шуларҙың яртыһы тиерлек яу яланынан кире әйләнеп ҡайтмай. Был бик ҙур ҡайғы, ә шул йылдарҙа ирҙәрен, улдарын, атай-ағайҙарын көтөп ала алмағандарға нисек ауыр булған!

- 1941-1942 йылдарҙа «ҡара ҡағыҙ»ҙар күпләп килә башланы, - тип һөйләне миңә Айҙарәле ауылынан Хәбибулла Фәтҡуллин. - Беләһегеҙме, ышанып булмаҫтай хәл: кисә генә бергә ихатаны рәтләп ҡуйға күрше һәләк булған, ә тегеһе беҙҙе шуҡлыҡтарыбыҙ өсөн шелтәләй ине - ул да һәләк булған, быныһы - бик моңло йырлай ине - ул да үлгән. Минең Миңнулла ағайыма ла килде ул «ҡара ҡағыҙ» - 1941 йылда яу яланында башын һалды.

1943 йылдың февралендә Хәбибулла үҙе лә армияға саҡырыу ҡағыҙы ала. Смоленск эргәһендә, Белоруссия, Польша, Германиялағы алыштарҙа ҡатнаша. Һалдат тыуған ауылына Ҡыҙыл Йондоҙ орденын һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тағып ҡайта. Артабан Хәбибулла Зәйнулла улы байтаҡ йылдар колхозда водитель булып эшләй.

Йәшергән ауыл Советы рәйесе Х.Әхтәмов менән (әле мәрхүм) әңгәмә лә хәтеремдә.

- 1941 йылда атайыбыҙ Яхъя фронтҡа китте, - тип хәтерләй ине Хәйҙәр Яхъя улы. - Һуңынан бер-бер артлы Әхмәтгәрәй, Сәйетгәрәй, Сәхипгәрәй ағайҙарым һуғышҡа алынды. 1945 йылда улар барыһы ла ҡайтты. 1942 йылда 18 йәшлек ағайым Фәриткә лә саҡырыу ҡағыҙы килгәс, ул бик бойоғоп йөрөнө. Китер алдынан Айтуған ауылыбыҙҙы йөрөп сыҡты. Осраған һәр кем менән һаубуллашты. Һуңынан бер нимә һиҙенгәндәй бик оҙаҡ ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә уйланып ултырҙы. Һәм ысынлап та, уға тыуған ауылын әйләнеп ҡайтырға насип булманы.

Һәр кешенең үлеме - бик ҙур ҡайғы. Айырыуса аяныслы осраҡтар ҙа бар бит. Шул уҡ Айтуған ауылынан, мәҫәлән, Хәмәтвәли Исламғолов биш, Йәшергәндән Ғәббәс Ильясов дүрт улын юғалта. Һарайҫа ауылынан Фатима һәм Ғәзиз Хәбибуллиндар ғаиләһенән һуғышҡа биш улы китә. Уларҙың береһе генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Кейәүҙәре Сәғиҙулла ла һәләк була. Ошондай факттар райондың бөтә ауылдарында ла тиерлек була.

Изге хәтер мәле. Кешелек тарихында иң ҡаты һуғыш аша үткән фронтовиктарға ҡарата, шулай уҡ бер ҡасан да снаряд һәм бомба тауышын ишетмәгән, төтөн эсендә ҡалған ҡала һәм ауылдарҙы күрмәгән, һөжүмгә күтәрелгән һалдаттың уй-хистәрен кисермәгәндәр, тап бөгөн Еңеү өсөн миллиондарса яҙмыштар бәрәбәренә йәшәгәндәр өсөн дә изге ул.

Беҙ йәшәгән заман - үҙенсәлекле. Төрлө уй-фекерҙәр барлыҡҡа килә. Украина, Латвия, Литва, Эстония һәм Польшала яугирҙәргә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт булыуын яҡшы беләбеҙ. Һәләк булғандарҙың һәйкәлдәрен юҡ иткән, ҡәберлектәрҙе емергән намыҫһыҙ, әҙәпһеҙ кешеләргә ҡарата нәфрәт һүҙҙәренән башҡа бер нимә лә әйтеп булмай.

Бәхетебеҙгә күрә, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа изге Хәтер хис-тойғоһо йәнә нығына. Бына Стәрлебашта ла быйыл үҙәк майҙанда Еңеү көнөн байрам иткәндә шул тиклем күп халыҡ йыйылды, быға тиклем шәхсән был тиклем күргән юҡ ине. «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусыларҙың яҡындарының фотоһүрәттәрен тотоп үтеүе лә тулҡынландырғыс булды.

Тимәк, дөрөҫлөк, халыҡ күңелендә. Был дөрөҫлөк мәңге йәшәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ысын күңелдән рәхмәт һәм мәңгелек дан!
Читайте нас: