Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июнь 2018, 11:31

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ!

Балалар шул тиклем йәйге эҫе көндәрҙе көтә, сөнки әлегә ул сағыу ҡояшлы көндәре менән артыҡ шатландырмай. Ә бына Еңеү паркында йәйге музыка-күңел асыу майҙансығын асыуға бағышланған сараны үткәргән көндө ул салт аяҙ һәм ҡояшлы булды.

Байрамға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙар (1-се, 2-се урта һәм башланғыс мәктәп уҡыусылары) рәхәтләнеп кәрзингә туп ташлау, таяҡ тартышыу кеүек төрлө әүҙем уйындарҙа ҡатнашты. Футбол тубын тибеүҙә Айҙар Маннановҡа тиңдәр булманы, ул быны 138 тапҡыр эшләне! Был уйындарҙы район спорт комитеты балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбе менән берлектә ойошторҙо. Ә төштән һуң мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһын күрһәтте. Әйткәндәй, конкурстар һәм төрлө уйын-көлкөлө саралар (тәмлекәстәр менән) парктта һәр шишәмбе һәм йома һайын үткәреләсәк. Ойоштороусылар балаларҙы бергәләп күңел асырға, ярыштарҙа ҡатнашырға саҡыра!

Үҙ хәбәрсебеҙ. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас: