Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июнь 2018, 13:13

Насар ғәҙәттәргә «юҡ» тип әйт!

Күптән түгел Айҙарәле ауыл китапханаһы ауыл мәҙәниәт йорто һәм ауыл биләмәһенең йәштәр эштәре буйынса белгесе Фира Шәйехова менән берлектә тәмәке тартыу, алкоголизм һәм наркотиктарҙы профилактикалау буйынса тематик уйын үткәрҙе.

Күптән түгел Айҙарәле ауыл китапханаһы ауыл мәҙәниәт йорто һәм ауыл биләмәһенең йәштәр эштәре буйынса белгесе Фира Шәйехова менән берлектә тәмәке тартыу, алкоголизм һәм наркотиктарҙы профилактикалау буйынса тематик уйын үткәрҙе.

Йәмғиәтебеҙҙең иң мөһим проблемаларының береһе булып торған - наркотиктар,тәмәке тартыу һәм эскелеккә ҡаршы ҡәтғи саралар күрергә кәрәк. Бөгөн кешелек ысын афәт кисерә: үҫмерҙәр араһында тәмәке тартыу, эскелек һәм наркотиктар ҡулланыу шул тиклем киң таралды, шуға ла ошондай сараларҙы үткәреү бик мөһим.

Тәүҙә ойоштороусылар «Әсе төтөн» йәнһүрәтен күрһәттеләр, бында хатта кескәйҙәргә лә аңлайышлы итеп наркотиктың кеше организмына нисек тәьҫир итеүе аңлатылды. Артабан балалар һаулыҡ, тәмәке тартыу, алкоголизм һәм наркотиктарҙың тәьҫире һ.б. тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Һәр дөрөҫ яуап өсөн «Таҙа үпкә», «Беҙ ҡаршы» һәм «Һут - иң яҡшы эсемлек» командалары жетондар алды. Киләһе заданиела мәҡәлдәрҙе дөрөҫ әйтергә кәрәк ине, балалар быны бик яҡшы үтәне. Артабан ҡатнашыусылар «Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн», «Беҙ наркоманияға ҡаршы» һәм «Беҙ тәмәке тартыуға ҡаршы» тигән темаларға һүрәт төшөрөргә һәм уларға презентация яһарға тейеш ине. Балалар жетондарҙы әүҙем йыйҙы. Һуңынан беҙ уларға имтихан үтергә тәҡдим иттек, бында һәр кем билет һорауҙарына дөрөҫ яуап бирергә тейеш ине. Шулай улар үҙҙәренә мәрәй йыйҙы. «Эшләпә аҫтында нимә?» конкурсында балалар тәмәкенең кеше организмына зыяны тураһында һәйбәт белеүен күрһәтте.

Һуңғы задание сәхнә өҙөгө күрһәтеү булды. Мәҫәлән, ҡыҙ дискотекаға килгән, бында уны дуҫтары иҫерткес эсергә өгөтләй, ә ул дөрөҫ итеп баш тартырға тейеш. Балаларҙы күҙәтеү бик ҡыҙыҡ булды. Төрлө хәлдәрҙә «юҡ» тип әйтә белеү, ҡайһы саҡ, бик ауыр, өҫтәүенә үҫмерҙәргә. Бында улар тағы бер тапҡыр уларға дуҫтарының йоғонтоһон күрһәтте. Ә өлкәндәр, үҙ сиратында, ошондай еңел булмаған хәлдәрҙә ниндәй яуап бирергә кәрәклеге тураһында һөйләне. Сара аҙағында балалар файҙалы бүләк - аскорбин кислотаһы алды.

Наталья МУСИНА, Айҙарәле ауыл китапханаһы китапханасыһы.
Читайте нас: