Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июнь 2018, 11:26

Фронтта уны «атай» тип йөрөтәләр

Яҙ. Сағыу ҡояшҡа күҙе сағылып, Ғибаҙулла блиндаж эргәһенә ултырҙы. Ҡулы менән ерҙе һыйпап ҡарағас, оҙаҡламай үлән дә баш ҡалҡытыр тип, уйлап ҡуйҙы.

Йәнәшә лә генә урынлашҡан икенсе взводтан Григорий Чукарин килеп ултырҙы эргәһенә. Уға ла, Ғибаҙуллаға кеүек үк, 47 йәш. Йәштәр уларҙың икеһен дә атай тип йөрөттө.

- Сәләм, йәштәш. Ниндәй уйға баттың?

- Һаумы, Гриша. Бына тыуған Табылды ауылымды иҫкә төшөрөп ултырам. Сәсеүгә әҙерләнәләрҙер, моғайын.

- Шулайҙыр инде... Ә беҙҙә Донда, Азов эргәһендә, бына-бына баҡсала алмағас, груша, һары сейәләр сәскә атасаҡ. Шундай матурлыҡ! Әгәр ағастар ҡалған булһа инде, сөнки унда ла һуғыш булды бит.

- Мине ҡотлаһаң да була, күптән түгел Ҡыҙыл Йондоҙ орденын тапшырҙылар, - тине Ғибаҙулла. - Был икенсе орден. Беренсеһе - III дәрәжә Дан ордены. Тағы ла «Батырлыҡ өсөн» миҙалым бар.

- Минең дә ике орденым бар.

Ошоноң менән һөйләшеү тамамланды. Төшкө аш килтерҙеләр.

Артабан һалдаттарҙы рота командиры - өлкән лейтенант Гусаров ҡарап сыҡты. Офицер - йәш матур егет. Һуғыш тамамланғас, уны күреп ғашиҡ утында янған һылыуҡайҙар бихисап булыр, моғайын.

- Иртәгә марш-бросок, - тип аңлатты ул бурысты. - 10-20 километрға алға күсергә кәрәк буласаҡ. Артабан дошман үҙ позицияларын ҡалдырмаһа һуғышырға ла тура киләсәк.

Иҙекәевтың эргәһенә килде.

- Һин нисек, атай?

- Арыу ғына.

- Герой һин. Ошондай йәштә һуғыштың башынан аҙағына тиклем үтеүе еңел түгел.

- Фронтта бөтәһе лә герой, иптәш өлкән лейтенант. Күптәр 18 йәше лә тулмайынса һуғышҡа киткән бит әле.

Алыш шулай ҙа булды. Немецтар үҙҙәренең еңелеүен аңлаһа ла, ҡаршылыҡ күрһәтеп маташты. Егерме көндән һуң, һуғыш тамамланыу уңайынан, һалдаттар ҡоралдарынан салют бирҙе. Күпме ауырлыҡтар һәм ҡотосҡос һынауҙар аша килде улар быға!

Тағы дүрт ай үтте. Һалдаттар демобилизация көттө. Әммә бөтәһе лә шунда уҡ ҡайтып китә алманы. Армияға ярҙам итергә кәрәк ине, сөнки илдә шул ваҡытта армияны йәштәр менән тулыландырыу ауырыраҡ булды.

Ә Ғибаҙуллаға бойороҡ бирҙеләр. Ҡайтып китер көндө уның эргәһенә Григорий Чукалин килеп:

- Шунан, йәштәш, Мәскәүгә барып еткәс шунда һаубуллашырбыҙ. Мин - Донға, һин - үҙеңдең Башҡортостаныңа ҡайтып китерһең, -ти.

Сентябрь айында Ғибаҙулла Насретдин улы ауылына ҡайтып етә. Һаман да йәйге йылылыҡты һаҡлаған ергә ултырып, иркен тын ала. Болоттар араһынан йәнә ҡояш нурҙары күренә. Һалдат күтәрелеп, алға атлай. Уны ҡатыны, балалары, туғандары, ғәҙәти крәҫтиән хеҙмәте көтә ине.Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Читайте нас: