Баланың донъяға ауаз һалыуы һәр ваҡыт һөйөнөслө. Әле бәләкәй генә булһа ла, донъяға килеүе менән ул тирә-яҡтағыларға шатлыҡ-ҡыуаныс, йылылыҡ, яҡшы кәйеф бүләк итә. Бәрәкәтле ерҙә, тыныс илдә, бәхетле ғаиләләрҙә үҫһен бар сабыйҙар. Һәммәһенә һаулыҡ, аң-зиһен асыҡлығы, иманлы юлдарҙан йөрөүҙәрен, тәүфиҡлы, аҡыллы, уңған булыуҙарын теләйбеҙ. Май айында тыуған кескәйҙәрҙең ата-әсәләрен ихлас ҡотлайбыҙ. Бына улар:
Арыҫланов Вилдан Илдар улы
Илмәтов Рамазан Салауат улы
Көҫәпҡолов Ислам Фәнил улы
Көҫәпҡолова Амелия Илнур ҡыҙы
Ҡотлошина Айгүзәл Вадим ҡыҙы
Мөхәмәтҡолов Сөләймән Айнур улы
Туҡтарова Элиза Илшат ҡыҙы
Йомадилова Саида Марат ҡыҙы.