Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Июнь 2018, 12:07

Яңы ихата - матур ҙа, оҙаҡҡа ла етә

Район үҙәгендә йәшәүселәрҙең күбеһе һәм ҡунаҡтар Ғәлиев урамындағы семәрләп яһалған яңы ихатаны күргәндер, моғайын. Ул 90 һанлы ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң мөйөшөнән башлана (йорт Ленин урамына инә) һәм «Альтернатива» кооперативына тиклем тиерлек килеп етә. 75 метрға яҡын заманса ҡоролма, һис шикһеҙ, Стәрлебаш ауылының төп урамдарының береһен биҙәй.

Килешерһегеҙ, байтаҡ йылдар элек эшләнгән штакетниктан яһалған ихата матур күренмәй. Тап шуның өсөн күптән түгел уларҙы алмаштырыу буйынса эш башланды. Был проекттың инициаторы - Стәрлебаш ауыл биләмәһе. Семәрләп декоратив изделиелар яһау менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар Руслан Абайҙуллин өсәр метрлы ихатаны биҙәп эшләне. Ихатаны ҡуйғанда үҙе лә ҡатнашты - иретеп-йәбештереү эштәрен башҡарҙы. «Жилищник» йәмғиәте, «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль-унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре лә иҫке ихатаны һүтеп, яңыһын ҡуйыуҙа ҡатнашты. Ә үҙәкләштерелгән бухгалтерия коллективы яңы ихатаның бағаналарын буяны.

Бында шуны билдәләп үтке килә. Семәрләп яһалған ҡойма - арзан түгел, әммә уның хеҙмәт итеү срогы оҙайлы. Хәҙер шул ихата эсендә матур сәскәләр үҫеп, күҙҙең яуын алып ултырһа ниндәй һәйбәт булыр ине. Уларҙы шул йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ултырта ала. Сөнки урамдарыбыҙҙа тәртип һәм матурлыҡ ауыл Советынан ғына түгел, ауыл халҡынан да тора бит.

Район үҙәге урамдарында ихаталарҙы алмаштырыу эштәре мөмкин булғанса дауам итәсәк, тип билдәләне Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эдуард Денисов һәм ихата ҡуйыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.Зәйнетдинов фотоһы.
Читайте нас: