Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июнь 2018, 11:46

Уңғандарҙың эше лә уң

Йыш ҡына көҙгө йәрминкәләр мәлендә бер сауҙа нөктәһе эргәһендә халыҡтың айырыуса күп йыйылыуын күрә инем. Стәрлебаштар Ямғырсынан Андрей Батталов үҫтергән йәшелсәне юҡҡа ғына һатып алмай, улар йәшелсәләрҙең экологик йәһәттән таҙа, тәмле һәм оҙаҡ һаҡланыуын яҡшы белә. Кешеләр уның продукцияһын, айырыуса һуғанды, йәһәт кенә һатып алып бөтә. Әйткәндәй, Андрей Ғәли улының йәшелсә бизнесы тап шул һуғандан башлана.

- Тормош иптәшемдең өләсәһе Татьяна ғүмер буйына баҡса үҫтереү менән шөғөлләнде һәм һәр ваҡыт мул уңыш йыйып ала ине. Бер саҡ унан ҡалған байтаҡ ҡына һуған орлоғон таптыҡ. Оҙаҡ уйлап торманыҡ, ярты баҡсаға сәстек. Һуған бик шәп үҫте, - тип хәтерләй 14 йыл элек булған хәлде Андрей Батталов. Тап ошо сама йыл уның ғаиләһе шундай еңел булмаған эш менән шөғөлләнә.

Йылдар үтеү менән Батталовтарҙың хужалығында кәбеҫтә, сөгөлдөр, картуф, кишер һәм, әлбиттә, һуған үҫә. Әйткәндәй, ошо йылдар эсендә улар һуған үҫтереү технологияһын ентекле өйрәнә, хәҙер улар орлоҡто ла үҙҙәре үҫтерә.

Йәшелсә элек-электән халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Сөнки күптәр ситтән килтергәнгә ҡарағанда урындағы продукцияға өҫтөнлөк бирә. Бөгөн йәшелсә үҫтереү буйынса Батталовтарҙы ышаныслы рәүештә үҙ эшенең оҫталары тип әйтергә була. Уны һәр йәһәттән ҡатыны Татьяна Николаева хуплап, ярҙам итә. Ҙур хужалыҡты улар бергәләп алып бара. Балалары - ярҙамсылары ла үҫеп килә! Улдары Юрийға һыу һибеүҙе лә, утауҙы ла ышанып тапшырырға мөмкин. Алты йәшлек Владик та ағаһынан ҡалышмаҫҡа тырыша, ул да яйлап ҡына баҡса үҫтереү серенә төшөнә. Бындай ышаныслы тыл һәр эштә һәм һәр ваҡыт кәрәк.

Ваҡыт үтеү менән Батталовтар үрсетмә үҫтерергә тотона. Бының өсөн Андрей йорттарында тәүҙә бер, һуңынан икенсе, өсөнсө теплица төҙөп ҡуя.

- Помидор үрсетмәләре айырыуса һорау менән файҙалана. Улар беҙҙә бер нисә сорт. Һатып алыусылар күберәк Белый налив, Бычье сердце, Бармалей, Взрыв кеүек сорттарға өҫтөнлөк бирә. Һәр яңы сортты, борос, томат булһынмы, беҙ тәүҙә үҙебеҙ өсөн үҫтерәбеҙ, тәмләп, ниндәй уңыш биреүен ҡарайбыҙ, өйрәнәбеҙ. Шунан ғына, әгәр оҡшаһа, һатыу өсөн үҫтерә башлайбыҙ, - тип һөйләй эштең ҡайһы бер нескәлектәре тураһында Андрей Ғәли улы.

Кәбеҫтә үрсетмәһен тура түтәлгә сәсеп, өҫтөн ябып үҫтерәләр. Уларҙың ниндәй генә төрө юҡ. Хужаларҙың иғтибары һәм хәстәрлеге менән йылы яратыусы борос һәм баклажандар теплицала йәнәшә генә үҫә. Әйткәндәй, үҫтергән культуралар исемлеге артҡан - Батталовтар өс йыл элек сәскә үрсетмәләре үҫтереү менән шөғөлләнә башлай. Һәм билдәләп үтергә кәрәк, сәскәләрҙе ирле-ҡатынлы Батталовтар бик яҡшы белә.

- Тәүге мәлдә шикләнеүҙәр булды, әлбиттә. Бәрхәт сәскәһен виоланан бер ҡасан да айыра алмаҫ кеүек инем, - тип йылмая минең әңгәмәсем һәм теплицала үҫтергән иҫ киткес, матур, сағыу сәскәләр менән таныштырыуын дауам итә. - Был беҙҙең петуниялар, бында портулак, уны беренсе йыл үҫтерәбеҙ, кларкия, астралар, - тип һанай Андрей.

Сәскәләрҙең ҡайһы бер атамаларын, дөрөҫөн генә әйтәм, тәүге тапҡыр ишеттем. Мәҫәлән, эустома. Татьяна Николаевна әйтеүенсә, ул баҡсаға ҡарағанда өйҙә һәйбәтерәк үҫә. Халыҡ араһында «Ирландия розаһы» тип тә йөрөтөлә. Эустоманың сәскәһе һары. Улар тәҙрә төбөндә бик матур күренә. Сәскә атҡас, өҫкө өлөшөн киҫеп ташларға ғына кәрәк. Һәр үҫемлек үҙенсәлекле, берәүҙәре күп һыу яратһа, икенселәренә - киреһенсә, ҡояш нуры кәрәк.

- Һәр үҫемлектең нескәлектәрен белергә кәрәк бит. Махсус әҙәбиәт уҡыйһығыҙмы, әллә Интернеттан файҙаланаһығыҙмы?

- Интернетта мәғлүмәт күп, әлбиттә, әммә бер үк һорауға күп һанлы сайттарҙа төрлө мәғлүмәт урынлаштырылған, шуға ла күберәк үҙебеҙгә һәм тәжрибәгә ышанабыҙ, - ти хужабикә.

Үрсетмәләр һәм йәшелсә һатыуҙан Батталовтар ғаиләһе өсөн ярайһы уҡ һәйбәт килем ала. Сөнки уларҙың продукцияһы йыл әйләнәһенә тиерлек - иртә яҙҙан баҙарға үрсетмәләр сығара башлағандан алып көҙгә тиклем (халыҡ йәшелсәне ҡышҡылыҡҡа ала) һорау менән файҙалана. Кәбеҫтә, картуф һәм башҡа йәшелсә үҫкән ҙур баҡса, үрсетмәләр үҫкән биш теплицанан тыш, ирле-ҡатынлы Батталовтар ҡош-ҡорт һәм мал-тыуар аҫрай. Уларҙы ауыл тормошоноң ауырлыҡтары ҡурҡытмай, улар үҙҙәренең көсөнә генә ышанып өйрәнгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, афарин!

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: