Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июнь 2018, 11:50

Тормош ҡәҙерен белегеҙ, сөнки үткәнде кире ҡайтарыу мөмкин түгел, - ти Табылды ауылынан Тәнзилә Хөсәйенова

Ул ауылдың иң өлкән кешеләренең береһе. 82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Тәнзилә Ғимран ҡыҙы һәйбәт күрә, ишетә, ашарға бешерергә, ҡунаҡтар ҡаршыларға ярата, ә уның тормош һөйөүсәнлегенә һәм шат күңелле булыуына хатта йәштәр ҙә көнләшер. Бер үҙе йәшәй. «Үҙемде үҙем ҡарай алғанда, балаларыма күсенгем килмәй», - ти ул. Ваҡыт бик тиҙ үтә. Ғәбделхәй исемле һомғол буйлы, сибәр егеткә тормошҡа сығыуына ла 62 йыл үтеп киткән.

Тәнзилә апай Һарайҫа ауылында күп балалы колхозсылар ғаиләһендә яҡты донъяға килә. Атаһы Ғимран 1941 йылда фронтҡа алына. Ике йылдан улар ғаилә башлығы юғалыу тураһында хәбәр ала. Уның бер туғаны Ғилемдар Берлинға тиклем барып етә, тыуған яҡтарына 1947 йылда ғына ҡайта.

Һуғыш йылдарында көн итеү бигерәк ауыр була, бөтә ҡыйынлыҡтар ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм балалар иңенә төшә. Тәнзилә Хөсәйенова әхирәте Маһира менән тракторҙа һабансы булып эшләй. Ҡыҙҙар ырҙын табағында ла тир түгә, ат менән ашлыҡ ташый, комбайн артынан йөрөп һаламды күбәләп өйә, сөнки ул йылдарҙа комбайн һаламды әлеге кеүек йыйып ҡына сығармай. Һарайҫа ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, уны Белорет районының Ҡыпсаҡ ауылына урман ҡырҡырға ебәрәләр. Һәр кемгә утын әҙерләү буйынса план бирелә. Иҫке, емерелеп бөткән хужаһыҙ йорттарҙа, үҙҙәре төҙөгән палаткаларҙа, бәләкәй өйҙәрҙә, ҡыуыштарҙа йәшәйҙәр.Тыуған ауылына ҡайтҡас, йыл һайын йәштәштәре менән бесән әҙерләй, мал ҡарай. Шул ваҡытта Табылды һәм Шәкәр ауылдары «Жданов» колхозына ҡарай. Ғәбделхәй шофер була. 1954 йылда йәштәр үҙҙәренсә туй үткәрә. Ғәбделхәй ағай итәғәтле, төплө белемле кеше була, оҙаҡ йылдар ферма мөдире, бригадир, кладовщик булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, уны һәр ваҡыт яраталар һәм хөрмәт итәләр. Ирле-ҡатынлы үҙҙәрен йәлләмәй, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә тырышып эшләй. Бергә тормош көткән ваҡытта өс йорт һалалар, шуларҙың һуңғыһы - төп йорт - 1972 йылда төҙөлгәне ауылда иң матур өйҙәрҙең береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты ауырыуҙан һөйөклө тормош иптәше 1981 йылда вафат була. Өс баланы аяҡҡа баҫтырыр өсөн Тәнзилә Ғимран ҡыҙы сөгөлдөр үҫтерә, колхоз буйынса һәр ваҡыт беренсе урын яулаған звено етәксеһе булып эшләй. Ун йыл Табылды ашханаһында ашнаҡсы була. Шулай уҡ кәзәләр ҙә аҫрай. Йылына ундан ашыу мамыҡ шәл бәйләп һата. Тәнзилә инәй балаларын лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерә, уларға белем алырға, туй үткәрергә ярҙам итә. Бөгөнгө көндә уларҙың үҙ ғаиләләре, балалары бар. «Ете тапҡыр өләсәй, биш тапҡыр - ҡарт өләсәй булдым. Ошо үҙе оло бәхет түгелме ни?», - ти ул.

Тәнзилә Ғимран ҡыҙы тормошонан ҡәнәғәт. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре тыуған йорттарына йыш ҡайтып, әсәләренә ярҙам итеп тора. Тәнзилә инәй сәскәләр үҫтерергә ярата, ураҙа тота. «Иң мөһиме илебеҙ тыныс булһын. Ә йәшәү шарттары хәҙер һәйбәт. Барыһы ла кешенең үҙенән тора. Хеҙмәт һөйөргә, һәр минуттың ҡәҙерен белергә кәрәк, сөнки ваҡыт бик тиҙ үтә», - тип иҫәпләй ул.

Нурия ИСМӘҒИЛЕВА,

Күндерәк ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: