- Элек беҙ тормошобоҙҙо ваҡытлы матбуғатһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай инек, сөнки гәзит-журналдарҙа бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт табып була ине. Ә район гәзитенең роле, башҡа баҫмалар менән сағыштырғанда, ҙурыраҡ булды, сөнки беҙ унан районыбыҙ тормошо һәм уның кешеләре тураһында белә инек, - тип уртаҡлаша Рәшиҙә апай. - Хәҙер ҙә мин уның һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам һәм ветерандар, төрлө саралар тураһында мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп уҡыйым. Балалар һәм туғандар ҡунаҡҡа килгәндә улар ҙа үҙҙәре өсөн ниндәйҙер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт таба.
Урындағы элемтә бүлексәһенең хат ташыусыһы Мәрзиә Нәзирова әйтеүенсә, Рәшиҙә Закир ҡыҙы әле лә «Стәрлебаш шишмәләре» гәзитенә тәүгеләрҙән булып яҙылған. Ә беҙ, редакция исеменән, район гәзитенә тоғро булғаны өсөн ветеранға рәхмәт белдереп, ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләйбеҙ.