Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июнь 2018, 12:02

Бында һәр саҡ ярҙам итергә әҙерҙәр

Халыҡты социаль яҡлау дәүләттең иң мөһим функцияларының береһе, йәмғиәттә тотороҡлолоҡ күрһәткесе булып тора. Был системаны булдырыуҙың үҙ тарихы бар...

Стәрлебаш районында социаль тәьминәт бүлеге тураһында мәғлүмәт 1946 йылдан башлана. Социаль яҡлау бүлегенә 1943 йылдың 15 декабренән 1946 йылдың декабренә тиклем Йомадилов Зиннәт Фәтҡулла улы, 1946 йылдың ғинуарынан 1953 йылға тиклем - Адушев Николай Григорьевич, 1953 йылдың авгусынан 1963 йылдың ғинуарына тиклем - Ислам Латипов, 1964 йылдың мартынан 1974 йылдың октябренә тиклем - Әхмәтов Абдулла Шәнгәрәй улы, 1975 йылдан 1983 йылға тиклем - Коваленко Дмитрий Иванович, 1984 йылдан 1997 йылдың апреленә тиклем - Сөйәрғолова Мөнәүәрә Тажимөлөк ҡыҙы, 1997 йылдың апреленән 1997 йылдың декабренә тиклем - Усманова Зөлфиә Фәрит ҡыҙы, 1998 йылдың ғинуарынан ноябргә тиклем - Усманов Марс Марат улы, 1998 йылдың декабренән әлеге ваҡытҡа тиклем - Ғиниәтуллина Зөлфиә Фәрит ҡыҙы етәкселек итә.

1963 йылдың ғинуарында, райондарҙы эреләтеүгә һәм беҙҙең районды Стәрлетамаҡ районына ҡушыу сәбәпле, социаль тәьминәт буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү вәкәләте Стәрлетамаҡ райсобесына тапшырыла, ә 1964 йылда район советы башҡарма комитетының социаль тәьминәт бүлеге Стәрлебашта Әхмәтов Абдулла Шәнгәрәй улы етәкселегендә йәнә үҙ эшмәкәрлеген башлай. Бүлектә алты инспектор эшләй, иҫәптә 3551 граждан тора.

1984 йылдың июленән 1997 йылдың апреленә тиклем 30 йылдан ашыу ғүмерен һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, төрлө категория инвалидтар, айырыуса инвалид балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға бағышлаған Сөйәрғолова Мөнәүәрә Тажимөлөк ҡыҙы бүлеккә етәкселек итә. Ул йәмғиәттең иғтибарын инвалид балаларға, ата-әсәләре ташлап киткән балаларға, оло йәштәге граждандарға һәм инвалидтарға йүнәлтә. Тәтер-Арыҫлан ауылында ветерандар йортон, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге асыуҙа уның өлөшө ҙур. Ул хәйриә саралары ойоштора, «Әйберҙәр банкы»н булдыра, ауыр ваҡытта һәр мохтаж кеше уның хеҙмәттәре менән файҙалана ала.

1994 йылда пенсиялар һәм пособиеларҙы үҙәкләштереү үткәрелә. Йәғни, уларҙы тәғәйенләү һәм түләү туранан-тура район хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау бүлегендә тормошҡа ашырыла. Шул саҡ әсәлек һәм балалыҡ эштәре, ветерандар, инвалидтар менән эшләү буйынса яңы бүлектәр булдырыла. Эш компьютерҙа башҡарыла башлай. Был белгестәрҙең эштәрен күпкә еңеләйтә.

1997 йылда социаль страховкалауҙы үҫтереү, социаль хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу, социаль гарантиялар тәьмин итеү, ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы социаль яҡлыу өлкәләрендә бүлектең бурыстары күпкә арттырыла. 2006 йылдың 1 ғинуарынан 2013 йылға тиклем халыҡты социаль яҡлау бүлеге үҙгәртеп ҡороуҙар кисерә. Ойошманың исеме үҙгәртелә, әммә уның айышы һәм эшмәкәрлегенең төп бурыстары шул уҡ ҡала - законға ярашлы граждандарҙы социаль яҡлауҙы тәьмин итеү.

Ошо йылдарҙа хәл ителгән бурыстар масштабы ныҡ арта. Сағыштырыу өсөн: 53 йыл элек социаль тәьминәт органы тарафынан 3551 гражданға 458 мең һум суммаға түләү түләнгән, әлеге ваҡытта социаль яҡлау бүлеге аша 15391 кеше 56 төрҙән ашыу социаль яҡлау сараһы ала (льготалар, пособиелар, өҫтәмә түләүҙәр, компенсациялар һ.б.). 2018 йылдың 1 ғинуары торошона район территорияһында йәшәгән социаль яҡланмаған халыҡҡа социаль ярҙам буйынса төп сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 58 миллиондан һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Закон тарафынан социаль ярҙам саралары алыуға 2043 белешмә бирелгән. 2017 йыл эсендә беҙгә 11169ҙан ашыу кеше мөрәжәғәт итте.

Ошо системаның төп ҡаҙанышы һәм көсө - үҙен социаль эшкә бағышлаған кешеләр. Белгестәр халыҡты социаль яҡлау системаһында ҙур тәжрибәгә һәм күп йыллыҡ эш стажына эйә, ҙур эмоциональ һәм физик йөкләмәләр менән эшләй. Үҙҙәренең бәләләре һәм проблемалары менән район халҡы тәү сиратта уларға килә. Бында изге күңелле, мохтаждарға ҡарата һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр эшләй. Социаль ярҙам бүлеге коллективы ҙур түгел, әммә берҙәм. Бында Зөлфиә Кәрим ҡыҙы Камалетдинова, Гүзәлиә Шамил ҡыҙы Рөстәмова, Миләүшә Ғамир ҡыҙы Исхаҡова, Нурзидә Бибулат ҡыҙы Шәрипова, Фәнил Хөснөтдин улы Туҡтаров, Айгөл Хәлим ҡыҙы Ғәлиева, Айгөл Фәрғәт ҡыҙы Әминева, Александр Иванович Дмитриев кеүек үҙ эшенең оҫталары эшләй.

Социаль хеҙмәткәр хеҙмәтенең мөһимлеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә тулыһынса баһаланмаған.

Ағымдағы йылдың 1 июленән Стәрлебаш районы халыҡты социаль яҡлау бүлеге үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Ғаризалар һәм документтар ҡабул итеү, консультациялар, шулай уҡ белешмәләр биреү буйынса бүлектең функцияларын «Берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса Күп функциялы үҙәк белгестәре бойомға ашырасаҡ.

Хөрмәтле коллегалар! Эшегеҙгә тоғро булғанығыҙ, кешеләрҙе аңлағанығыҙ һәм ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Төрлө йәштәге һәм социаль хәлдәге меңдәрсә кеше: оло йәштәгеләр һәм балалар, инвалидтар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаилә ағзалары, ветерандар һәм күп балалы әсәләр һеҙҙең йылығыҙ һәм хәстәрлегегеҙ менән уратып алынған. Еңел булмаған эшегеҙ, түҙемлелегегеҙ, изге күңелле булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Социаль бүлек хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамыбыҙ - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар, еңел булмаған, әммә изгелекле эшебеҙҙә уңыштар, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм бәхет теләйем.

Зөлфиә ҒИНИӘТУЛЛИНА,

Стәрлебаш районы халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы.
Читайте нас: