60 йыл татыу ғүмер кисереү байрамын гәүһәр туй тип атайҙар. Былай тип әйтеү ҡайҙан барлыҡҡа килгәндер, билдәһеҙ, әммә ул үҙе үк аңлашылып тора. Ныҡлыҡ һәм матурлыҡ - бергә йәшәгән йылдарҙы сағылдырыусы сифаттар. Кәримә һәм Минехан Ғәйфуллиндар бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап, шул тиклем ғүмер йәшәгән.
Улар 1958 йылдың 2 июнендә никахтарын теркәй. Был ваҡытта Минехан армия хеҙмәтенән ҡайтҡан була. Ул үҙе Миәкә районына. Ғаиләһе Стәрлебашҡа күсенгәндә уға алты-ете йәш була. Армиянан һуң егет район механикалаштырылған төҙөлөш ойошмаһына ташсы булып эшкә урынлаша. Шаян, шулай уҡ гармунда өҙҙөрөп уйнаған Минехан киске уйындарҙа һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә була, Кәримә менән дә шунда таныша. Бәләкәй генә буйлы һылыу ҡыҙ үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Заманына күрә уның иңдәренә күп ауырлыҡтар һәм һынауҙар төшә. Бала саҡтан ауыр крәҫтиән хеҙмәтен татып үҫкән ҡыҙ, барлыҡ йәштәштәре кеүек үк, һуғыштан һуңғы йылдарҙа Силәбе өлкәһендә ағас әҙерләү эштәрендә көс һала, артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы предприятиеларҙың береһендә изоляциялаусы булып эшләй. Яҙғы матур көндәрҙең береһендә Минехан Кәримәне үҙ өйөнә алып ҡайта. Уның ата-әсәһе лә тырыш һәм изге күңелле килендәрен үҙ итә.
Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерә, ғүмер көҙөн бергә ҡаршылай. Быйыл Кәримә Хужағәли ҡыҙы өсөн юбилейлы йыл. Көҙөн уға 90 йәш тула. Әйткәндәй, уларҙың балалары ла хәҙер хаҡлы ялда. Ғәйфуллиндар улдары Илдар менән йәшәй. Ҡыҙҙары Ирина ғаиләһе менән Төмән өлкәһендә тормош көтә. Кесе улдары Илдус килендәре Әлфиә менән - район үҙәгендә.
- 60 йыл ғүмер кисерҙек, ә ни бары алты йыл кеүек тойола, - тип көлә Ғәйфуллиндар. - Тормош көткәндә ауырлыҡтар, һынауҙар ҙа булды, әлбиттә, әммә бергә уларҙы еңеүе еңелерәк.. Хәҙер тормош шундай матур, һөйөнөп туйғыһыҙ. Былар барыһы ла илебеҙ етәкселегенең тырышлығы. Һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм именлек булһын.
- Һеҙҙе шундай юбилейығыҙ менән ҡотлауыбыҙға шатбыҙ. Бергә-бергә бәхетле булып тағы оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын. Һеҙ - йәштәр өсөн матур үрнәк, - тине ЗАГС бүлеге начальнигы Роза Кәримова, юбилярҙарға Республика Башлығы Р.З.Хәмитов исеменән ҡотлау открыткаһы һәм бүләк, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советынан һәм ЗАГС бүлегенән сәскә гөлләмәһе һәм бүләк тапшырып.
Был көндө ата-әсә йортонда Ғәйфуллиндарҙың ҙур, татыу ғаиләһе: балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, уларҙың балалары йыйылды. Бына улар үҙе ҙур байлыҡ. Был гәүһәр туй - бер табын артында йыйылып, иң ҡәҙерле һәм ғәзиз кешеләргә йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрҙе еткереү өсөн һәйбәт сәбәп.
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.