Был көндө иртән беҙҙең районда ла билдәле ваҡытта - иртәнге сәғәт һигеҙҙә, барлыҡ алты иҫәп участкаһы асылды һәм һайлаусыларҙы ҡабул итә башланы. Ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, бында байрам мөхите хөкөм һөрҙө, музыка уйнаны, байрамса кейенгән кешеләр бер-береһен сәләмләне.
Район Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан иҫәп участкаһында иртә менән халыҡ күп ине. Ғаиләләре менән килеүселәргә ҡарауы һөйөнөслө ине. «Беҙ һайлауҙы бер ваҡытта ла ҡалдырмайбыҙ, тиерлек. Яҙмышыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулда. Тауыш бирергә килмәүселәрҙән кандидатҡа түгел, ә үҙебеҙгә насар буласаҡ.Әгәр беҙ киләсәгебеҙҙе ҡайғыртмаһаҡ, быны беҙҙең өсөн башҡалар эшләйәсәк», - тигән фекерен белдерҙеләр ирле-ҡатынлы Рима һәм Флорид Кәримовтар, бюллетендәрен йәшниккә төшөрөп (һүрәттә).
Тауыштарҙы һанау һөҙөмтәләре буйынса, алдан тауыш биреүҙә райондың дөйөм һайлаусылар һанынан 16,47 проценты ҡатнашҡан.
Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.