Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июнь 2018, 13:33

Изгелек, дуҫлыҡ һәм шатлыҡ байрамы

Уҙған йома көндө, 1 июндә, тотош донъяла Балаларҙы яҡлау көнө билдәләнде. Беҙҙең район да был байрамдан ситтә ҡалманы. Иртән иртүк ҡар яуғанлыҡтан, барлыҡ планлаштырылған саралар район Мәҙәниәт йортонда үтте. Байрамдың көнө осраҡлы ғына һайланмағандыр, моғайын. Сөнки йәй - балаларҙың иң яратҡан мәле. Барлыҡ дәфтәр-китаптар көҙгә тиклем ситкә алып ҡуйылған, ә алда - өс ай каникул, саф һауала уйындар, ҡыҙыҡлы асыштар, экскурсиялар.

Район Мәҙәниәт йорто был көндө балаларҙың шат ауаздары менән тулды. Байрамға улар ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре менән килгәйне. Фойела сауҙа ойошторолдо. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова балаларҙы беренсе булып ҡотланы. «Ҡәҙерле балалар, байрамығыҙ уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Йәйге каникулды күңелле үткәреүегеҙҙе теләйем. Киләһе уҡыу йылында яңы ҡаҙаныштарға ирешер өсөн көс туплағыҙ», - тип теләне ул. Балаларҙың байрамы алдынан районда ике сабый яҡты донъяға килгән. Шуларҙың береһе Яңы Ҡалҡаш ауылынан Әлфиә һәм Вадим Ҡотлошиндар ғаиләһендә. Уларҙың беренсе балалары - Айгүзәл ҡыҙҙары тыуған. Ә Стәрлебаштан Лилиә һәм Рәил Ғәниевтарҙың Руслан улдары ғаиләлә өсөнсө бала. Ата-әсәләрҙе ошо уңайҙан ЗАГС бүлеге начальнигы Роза Кәримова ҡотлап, район хакимиәтенән һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһынан бүләктәр тапшырҙы. Артабан сәхнәгә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева күтәрелде. Ул STB йәштәр театры етәксеһе Әлмира Ибраһимоваға, уның артистары, шулай уҡ тауыш операторҙары, костюмер һәм башҡаларға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Артабан иң ҡыҙығы башланды. Йәш тамашасыларға STB йәштәр театры һәм «Дебют» балалар театры башҡарыуында театрлаштырылған «Мойдодыр» (өҫтәге һүрәттә) әкиәте күрһәтелде. Кескәйҙәр йыуынырға теләмәгән малайҙы рәхәтләнеп ҡараны һәм бергәләп заманса йәнһүрәттәрҙән билдәле йырҙарға ҡушылып йырланы. Әкиәт һәм концерт тамамланғандан һуң балалар спорт ярыштарында, ижади заданиеларҙа һәм мауыҡтырғыс конкурстарҙа ҡатнашты (аҫтағы һүрәттә). Ойоштороусылар - район Мәҙәниәт йорто, спорт комитеты, Балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижад йорто, «Болғар» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, шулай уҡ Стәрлебаш районы ирекмәндәре байрамды сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреү өсөн күп тырышлыҡ һалды. Стәрлебаш ауылы эшҡыуарҙары (такси «Комфорт», Экспресс-ҡотлау, Олеся Спиридонованың сәскә салоны, «Арзан» сауҙа үҙәгендә Мебель салоны, СТБ-онлайн мәғлүмәт-күңел асыу төркөмө) үткәргән күңел асыу - уйын программаһы балаларға бик оҡшаны. Конкурста еңеүселәр һәм призерҙар тәмлекәстәр менән һыйланды. Байрам сағыу, күңелле, иҫ киткес шәп булды.
Читайте нас: