Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Июнь 2018, 11:39

Стәрлебаш сәхнәһендә «Киске табын»

18 майҙа режиссер Зөлфиә Ғиззетдинова етәкселегендә «Эстәрле» халыҡ театры тамашасыларға билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса ҡуйылған «Киске табын» тип аталған яңы спектакль күрһәтте.

Нимә тураһында был спектакль? Ул мөхәббәт һәм тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм бер-береңде аңлау, ата-әсәләр һәм балалар араһындағы мәңгелек бәхәс, тәрбиә проблемалары, айырым йәштәрҙең Еңеү өсөн алышҡан ата-бабалары тарихын хөрмәт итмәү, шулай уҡ барыһын да ғәфү итеү һәм һөйөү тураһында.

Сәхнәлә ябай ҡала ғаиләһе яҙмышы күрһәтелә. Унда ирле-ҡатынлы әһәмиәтле дата - көмөш туйҙарын билдәләргә йыйына. Байрам өҫтәле әҙер, бына-бына ҡунаҡтар килер ҙә, күңел асыу башланасаҡ. Әммә... ҡунаҡтар береһенән береһе күреп, төрлө сәбәптәргә һылтанып, һуңғы мәлдә тантанаға барыуҙан баш тарта. Берҙән-бер улдары - ата-әсәһенең ҡыуанысы һәм терәк-таянысы, бүләк һәм ҡотлау урынына тәүҙә, аңлайышһыҙ йөкмәткеле телеграмма ебәрә. Артабан, шикле компания һәм йөклө ҡатын менән өйөнә ҡайтып, ата-әсәһен ғүмер буйы уны һәм бер-береһен алдап йәшәүҙәре тураһында ғәйепләй башлай! Спектакль геройҙары был хәлдән нисек сығыу юлы табыр, бер-береһен аңлап, ғәфү итә алырмы? Тамашасыларҙы көлөргә лә, уйланырға ла мәжбүр иткән үҙешмәкәр артистар Азамат Ғәбиҙуллин, Роза Рәхмәтуллина, Рафаил Йосопов, Наил Заһиҙуллин, Зөлхизә Әсәҙуллина, Әлмира Ибраһимова, Илшат Фәрхшатов, Илүсә Сәләхетдинова, Таһир Баҙарбаев, Марат Мөхәмәтйәров, Рөстәм Сәлихов, Рузанна Камалова быларҙы оҫта сәхнәләштереп күрһәтте.

- Театрға ҡарата булған һөйөүегеҙ, эшегеҙ, балаларығыҙ һәм көндәлек өй мәшәҡәттәрегеҙ булыуға ҡарамаҫтан, репетицияға ваҡыт табыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тип йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе артистарға мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева уларға мәҙәниәт бүлегенән Рәхмәт хаттары тапшырғанда. Ул һәм театр режиссеры Зөлфиә Ғиззетдинова уларҙың һәр ҡайһыһын тик яҡшы яҡтан ғына баһалай. Рәйфә Хисаметдин ҡыҙы артистарға һәм режиссерға яңы ҡыҙыҡлы ролдәр һәм спектакль ҡуйыуҙарын, ижади уңыштар һәм тамашасыларҙы тағы ла оҙаҡ һөйөндөрөүҙәрен теләне.

Рәйсә МУСИНА.

Фото район Мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.
Читайте нас: