Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Июнь 2018, 11:32

Һорау менән файҙаланған һөнәргә эйә булдылар

Ашнаҡсы һәр ваҡытта ла популяр һәм кәрәкле һөнәр булып ҡала. Тап шуның өсөн халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ойошторған кулинария курстарына йөрөүселәр һәр саҡ бихисап. Күптән түгел ошо һөнәр буйынса белем алыусыларға тантаналы рәүештә ашнаҡсы-универсал белеменә эйә булыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды (һүрәттә).

Ике ай дауамында ҡыҙҙар курс преподавателдәре, ашнаҡсы-универсал Фазила Ғәсәнова менән бергә кулинария нескәлектәренә өйрәнде. Иң ябай аш-һыуҙан башланылар. Бөгөн иһә уларҙың һәр ҡайһыһы оҫта итеп торт һәм ниндәй ҙә еңел булмаған блюдо әҙерләй ала. Быға беҙ имтихан көнөндә шәхсән инандыҡ, унда уҡыусы жюри ағзаларына өс ризыҡ бешереп күрһәтте. Был көндө улар нимә менән генә ғәжәпләндермәне: бешерелгән ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк, төрлө салаттар, торттар, печенье, аштар һ.б. Был аш-һыуҙар тәмле булырға ғына түгел, матур һәм дөрөҫ биҙәлергә лә тейеш ине. Минеңсә, барыһы ла был заданиены яҡшы үтәне, әммә презентация яһағанда бик ныҡ тулҡынландылар. Әммә имтиханды ҡабул итергә килгән БР «Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең уҡыу үҙәге» начальнигы урынбаҫары Марина Фадеева уларҙы һәр йәһәттән хуплап, ярҙам итте. Тантаналы шарттарҙа ул ҡатын-ҡыҙҙарға курстарҙы үтеү тураһында таныҡлыҡ һәм преподавателдәренә Рәхмәт хаты тапшырҙы. Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге начальнигы Иван Ефремовҡа һәм Фазила Ғәсәноваға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

***

Ағымдағы йыл башынан халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә эш эҙләп 200ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән 14 йәштән 20 йәшкә тиклем йәштәр мөрәжәғәт иткән. Ошо осорҙа үҙәк йүнәлтмәһе буйынса 144 гражданин даими йәки ваҡытлыса эшкә урынлаштырылған. Эш биреүселәр тарафынан 195 урынға ғариза килгән. Йәмәғәт эштәренә, нигеҙҙә, төҙөкләндереү һәм оло йәштәгеләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса эштәргә 12 кеше ебәрелгән. Ошо уҡ осорҙа 126 кеше, шул иҫәптән эшкә һәләтле йәштәге һигеҙ инвалид эшһеҙ статусы алған. 500ҙән ашыу инвалидтың 89ы хеҙмәт эшмәкәрлеге менән мәшғүл. Уҡыуҙан буш ваҡытта 14 йәштән 18 йәшкә тиклем 39 кеше ваҡытлыса эшкә урынлаштырылған. Ошо осорҙа эшһеҙ кешеләр IV разрядлы ҡарауылсы, ашнаҡсы-универсал программалары буйынса белем алған, ә парикмахерҙар уҡыуын дауам итә. Әлеге мәлдә парикмахер һәм бухгалтерға («ЭВМ 1С ҡулланыусы: Бухгалтерия 8») өс айлыҡ курстар һәм теләгәндәргә умартасылар төркөмө комплектлана.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: