Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Июнь 2018, 11:36

Кәримовтарҙың ҡыяр батшалығы

Гөлсирә һәм Рәхим Кәримовтар 40 йылдан һуң тыуған Һарайҫа ауылдарына ҡайтып, үҙ эшебеҙҙе асырбыҙ тип уйлап та ҡарамағандарҙыр, моғайын. Әммә яҙмыш һин уйлағанса ғына бармай.

Өс йыл элек тирәһе Кәримовтарҙың өлкән улдарында теплица төҙөү идеяһы барлыҡҡа килә һәм тиҙҙән ата-әсәһе менән һөйләшеп, кәңәшләшеп алырға була. Был уй уларға бик оҡшай. «Ысынлап та, - ти улар, - ни өсөн эшләп ҡарамаҫҡа? Икебеҙ ҙә хаҡлы ялда, ваҡыт етерлек, Аллаға шөкөр һаулығыбыҙ бар, ер эшен беләбеҙ». Һәм хәҙер бөтәһе лә - үҙҙәре, улдары Илгиз һәм Илдус, уларҙың тормош иптәштәре - барыһы ла теплица бизнесында ҡатнаша.

Гөлсирә Вәғиз ҡыҙы һәм Рәхим Миңлеғәли улы - тыумыштары менән Һарайҫа ауылынан.

- Мәктәпте тамамлағандан һуң ҡалаға китеп, унда уҡыным, эшкә урынлаштым, тормошҡа сыҡтым. Ирем менән бер урамда күрше генә йәшәнек, беҙ 30 йылдан ашыу бергә. Салауат ҡалаһындағы предприятиеларҙың береһендә эшләнек. Әммә тыуған еребеҙ менән бәйләнеште өҙмәнек. Бында балаларыбыҙ каникулда ҡунаҡҡа ҡайта торғайны, улар яртылаш ҡала, яртылаш ауыл балаһы булып үҫте, - тип һөйләй Гөлсирә Кәримова. - Минең ата-әсәйем йортонда ағайым йәшәне. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер нисә йыл элек вафат булды. Тыуған йортобоҙҙоң буш тороуын теләмәнек. Рәхимдең атаһының йорто ла йәнәшәлә генә. Ошо ике участканы Илгиз үҙенә рәсмиләштереп, 3,6 сутый ергә теплица эшләп ҡуйҙы. Йәшелсә, нигеҙҙә, ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнә башланыҡ. Тәүге ваҡытта ҡала менән ауыл араһындағы юлды күп тапаныҡ. Хәҙер бында даими йәшәйбеҙ. Мунса, мөгәрәп төҙөнөк. Яңы өй һалыу өсөн нигеҙ бар. Балаларыбыҙ ҡалала йәшәй һәм эшләй. Әммә һәр ял көндө улар бында. Уҙған йылда тағы бер оранжерея төҙөй башланыҡ, ул өс тапҡырға тиерлек ҙурыраҡ. Ғинуар айында уны полиэтилен менән ҡаплап, йылытыу өсөн газ үткәрҙек. Яңы теплицаны әҙерләгәнсе, иҫкеһендә ҡыяр һәм томат үрсетмәһе үҫте һәм нығынды. Март айында биш мең ҡыяр үрсетмәһе яңы урынға «күсте».

Хужалар беҙҙең өсөн ҙур булмаған экскурсия үткәрҙе. Бәләкәй теплицала ошондай ҡоролмалар өсөн ғәҙәти дымлы микроклимат тора, бында помидорҙың һәм теплицаның иң күп өлөшөн биләгән 1000гә яҡын ҡыярҙың үҙенсәлекле, иҫ киткес тәмле еҫе аңҡый. Томат күп урын биләмәй. Уларҙы ишек эргәһенә ултыртҡандар, сөнки улар ҡыярға ҡарағанда һыуыҡҡа һәм температура үҙгәреүенә сыҙамлыраҡ. Помидор үҫентеләре матур, ныҡ булып үҫкән, уларҙың һәр ҡайһыһында помидорҙары ла бар, әммә әлегә улар йәшел.

- Ниндәй сорттар үҫтерәһегеҙ?

- Сорт «Махитос» тип атала, ул махсус, теплицалар өсөн. Туймазынан һатып алдыҡ. Ҡыяр орлоҡтары ла шунан уҡ.

Был теплицаны калорифер ярҙамында йылыталар, ул ҡулланылған май ярҙамында эшләй. Ә яңыһына газ мейестәре ҡуйырға ҡарар иткәндәр. Улар дүртәү, һәр ҡайһыһы 500 квадрат метрға иҫәпләнгән.

- Беҙгә өсөһө лә етер ине, - ти Рәхим Миңлеғәли улы, - әммә теплицаны киңәйтергә план бар.

Быйыл Кәримовтар сираттағы тапҡыр эш башлаусы фермерҙарға ярҙам буйынса дәүләт программаһында ҡатнашырға ҡарар иткән, улар Грант оторға өмөтләнә (уҙған йылдарҙа ике тапҡыр Грант оторға теләүҙәре бушҡа була). Ике теплица араһында ҙур арауыҡ бар, тимәк, яңыһының майҙанын тағы бер нисә сутыйға арттырырға мөмкинлек бар. Ул әле лә иҫ киткес ҙур. Бау буйлап өҫкә үрмәләгән ҡыяр һабаҡтары тотош майҙан буйлап теҙелгән - иге-сиге күренмәй. Үҙеңде джунглиҙа йөрөгән кеүек хис итәһең. Әлбиттә, бындай хужалыҡты алып барыуы еңел түгел. Йәшелсә үҫтереү - мәшәҡәтле эш.

- Эшселәр табыу проблемалы, - ти хужабикә. - Туғаным Алмаз Аҡанаевҡа рәхмәт, ул һәр ваҡыт ярҙамлаша. Балалар ҡайтыу менән теплицала эшкә тотона. Эш бик күп, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, миҙгелдең ҡыҙыу мәле.

Үҫтерелгән продукцияны һатыу менән күберәк Рәхим Миңлеғәли улы шөғөлләнә. Һатып алыусылар менән проблемалар юҡ. Уларҙы ҡалала ла, ауылда ла табырға мөмкин. Бер өлөшөн тура түтәлдәрҙән һатып ебәрәләр. Ҡайһы саҡ тиҫтәләрсә километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдарҙан да киләләр. Һатып алыусыларҙы ла аңларға мөмкин - нисек инде үҙеңде ошондай тәмле, һутлы, кетерләп торған ҡыяр менән һыйламайһың!

Әйткәндәй, уларҙы үҫтергәндә баҡсасылар минераль ашламалар ҡулланмай, түтәлгә тиреҫ кенә ҡуша. Аҙна һайын һыйыр тиҙәген әсетеп, һәр төпкә бер литр иҫәбендә ашлама индерә. Тамсылап һуғарыу ысулын ҡулланалар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ Кәримовтарҙың улдарын осрата алманыҡ. Улар ҙа беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы нимә һөйләй алыр ине. Улар менән осрашыуҙы киләһе тапҡырға ҡалдырайыҡ. Ә әлегә Гөлсирә Вәғиз ҡыҙына һәм Рәхим Миңлеғәли улына ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт белдереп, мул уңыш алыуҙарын теләйбеҙ!

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: