Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Июнь 2018, 11:27

«Берҙәм Рәсәй» күршеләрҙе берләштерә

Уҙған аҙнала район үҙәгенең Болон урамында Миңнур һәм Хәлим Латиповтарҙың йортонда «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе һәм район биләмә-ара китапханаһы тарафынан ойошторолған «Күршеләр көнө» байрамы үтте. Изге күңелле һәм ҡунаҡсыл хужаларҙа күршеләр генә түгел, алыҫтараҡ урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр ҙә йыйылды.

«Беҙҙең ата-бабалар элек-электән күршеләр менән татыу йәшәү йолаһы менән дан тотҡан, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла, ҡайғы-хәсрәттәрҙе лә бергә уртаҡлашҡан. Әлбиттә, ваҡыт үҙгәрә, әммә традициялар юғалмаһын ине», - тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Наилә Ғиззәтуллина, байрамды асып. Байрам китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелгән күңелле эстафета менән дауам итте. Ҡатнашыусылар шул тиклем уйын менән мауығып киткәс, конкурстарҙы хатта бер нисә тапҡыр үткәрергә тура килде. Был көндө Рөстәм Ғәлиевтың гармунда йөрәк елкендергес итеп уйнаған бейеү көйөнә барыһы ла ихлас бейене. Сара аҙағында ҡатнашыусы-күршеләр Зиләрә Глазкова, Зәлиә Абайҙулина, Мөнирә Килдеғужина, Әлфиә Ильясова, Гөлфиә Биктимерова, Вәсилә Ғилметдинова, Илһөйәр Шәрипова, Венера Әбүтасова партияның Рәхмәт хаттарына һәм бүләктәрена лайыҡ булды. Урам байрамы самауырҙан бергәләп татлы ҡоймаҡ менән сәй эсеү, күршеләрҙең уртаҡ пландары тураһында әңгәмә менән тамамланды.

Әлегә байрам ғәҙәти тормошобоҙға яйлап ҡына инә бара, әммә яҡын киләсәктә ул май айы өсөн тулыһынса традицияға әүереләсәк.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: