Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Июнь 2018, 11:51

Бала саҡ бәхетле булһын

Бөгөн барыбыҙ ҙа матур байрам - Балаларҙы яҡлау көнөн билдәләйбеҙ. Шулай уҡ был көндө мәктәп уҡыусыларының көтөп алған йәйге каникулы башлана, тимәк, уларға һөйөнөр өсөн икеләтә сәбәп бар.

Бөгөн барыбыҙ ҙа матур байрам - Балаларҙы яҡлау көнөн билдәләйбеҙ. Шулай уҡ был көндө мәктәп уҡыусыларының көтөп алған йәйге каникулы башлана, тимәк, уларға һөйөнөр өсөн икеләтә сәбәп бар.

Балаларҙың шат йылмайыуҙарын күреү күңелле! Фотолағы мөләйем сабыйҙар - Ямғырсы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Уларҙың тәрбиәселәре Роза Рәмзил ҡыҙы һәм Илмира Әхтәм ҡыҙы балаларҙың баҡсала үткән һәр көнө сағыу ваҡиғаларға бай һәм кескәйҙәр күтәренке кәйефтә булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Балалар байрамдарҙа теләп ҡатнаша, төрлө әйберҙәр эшләй, һүрәт төшөрә, йыр өйрәнә, конкурстарҙа ҡатнаша. Ағымдағы йылда балалар баҡсаһынан биш малай сентябрь айында беренсе класҡа уҡырға бара. Уларға һәм башҡа кескәйҙәргә лә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Сөнки беҙ улар өсөн йәшәйбеҙ, бала саҡтары яҡты, бәхетле, шатлыҡлы мәлдәргә тулы булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Кескәйҙәр бәхетле булыр өсөн нимә кәрәк? Ата-әсә наҙы, һөйөүе, хәстәре, күңел йылыһы. Яғымлы һәм наҙлы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ, уларҙы йыш ҡосаҡлағыҙ, һаҡлағыҙ, яҡлағыҙ, яратығыҙ, улар менән ғорурланығыҙ!

Әкиәттәр тыңлап, иркәләнеп,

Үҫһен әле илдә балалар.

Уйынсыҡтар, туптар, бәүелсәктәр −

Байрам булып иҫтә ҡалалар.

Әсәй һөйһөн бәпләп, атай һөйһөн,

Тик йылмайып уға бағайыҡ.

Ғүмерҙәрҙең иң саф мәле бит ул,

Иң бәхетле осор – балалыҡ.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: