Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Май 2018, 11:16

Зариф Байғусҡаров: «Халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләйбеҙ»

Иле һәм республикаһы өсөн янып эшләгән, әйткән һүҙенә һәм вәғәҙәләренә тоғро шәхес – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВ бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Зариф Закир улы менән һуңғы осорҙа ҡабул ителгән закондар һәм заман афәте – эскелек хаҡында һөйләштек.

- Һеҙ тәү сиратта ауыл халҡы мәнфәғәтен күҙәткән депутат. Мәҫәлән, йығылған һәм ҡороған ағастарҙы бушлай алыуға рөхсәт биргән закон өҫтөндә күп эшләнегеҙ. Элек урмандан бындай ағасты йыйыу штраф менән тамамланды, һуңғы үҙгәрештәр халыҡҡа нимә бирә?

-Райондарҙа осрашыу мәлендә ауған һәм ҡороған ағасты бер ҡаршылыҡһыҙ йыйыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны. Үҙем ауылда тыуып-үҫкән кеше булараҡ та был проблема менән яҡындан танышмын. Етмәһә, ауған ағас урмандарҙа янғын хәүефе тыуҙыра, ҡоротҡос бөжәктәр үрсеүенә булышлыҡ итә. Шуға ла ошо проектҡа тотондоҡ. Ҡаршылыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, маҡсатҡа ирештек. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк законға ярашлы, граждандар бер ниндәй бюрократик кәртәһеҙ утын өсөн генә түгел, хужалыҡта башҡа эшкә кәрәге тейерҙәй ағас йыя аласаҡ. Хәҙер ғаилә кеҫәһенә 5-6 мең һум тирәһе аҡса ҡаласаҡ. Стәрлебаштар ҙа яңы закондың файҙаһын күрер, тигән ышаныстамын.

- Документ юллау – күп көстө һәм ваҡытты алған ҡатмарлы эш, бер кемгә лә сер түгел. Кәрәкле ҡағыҙ артынан ауыл кешеһенә район үҙәге юлын әллә нисә тапҡыр тапарға тура килә.

- Эйе, ошо проблема уйға һала ине. Халыҡ һорауын күҙ уңында тотоп, Күп функциялы үҙәк (Үҙәк) эшмәкәрлегенә бер нисә үҙгәреш индерелде. «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе ойоштороу тураһындағы» Федераль закондың 2-се һәм 16-сы статьяларына ярашлы, граждан бер-береһенә бәйле дәүләт хеҙмәттен бер ғариза менән алыу хоҡуғына эйә булды. Мәҫәлән, граждандың балаһы тыуҙы, ти. Тәүҙә уға тыуыу тураһында таныҡлыҡ юлларға, артабан башҡа документтар, льготалар артынан йөрөргә кәрәк ине. Ә бынан ары ул Үҙәккә бер генә ғариза бирә һәм ошо тормош хәл-ваҡиғаһына ҡағылышлы документтарҙы бер юлы аласаҡ.

Үрҙә әйтелгән Федераль закондың 7-се һәм 29-сы статьяларына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, быйылдан йәшәү урының ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, Үҙәктең хеҙмәте менән файҙаланырға мөмкин. Әйтәйек, йәшәү урыны Стәрлебашта теркәлгән, ә үҙе Санкт-Петербургта төпләнгән кеше ошо ҡалалағы Үҙәккә бер ауырлыҡһыҙ мөрәжәғәт итә ала. Быға тиклем документтар тик граждандың теркәлеү урыны буйынса ғына тапшырыла ине.

Тағы ла бер яңылыҡ - күрһәтелгән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өсөн Үҙәк түләү ҡабул итә башлаясаҡ. Юғиһә, граждандар унда квитанция алғас, банк эҙләп йөрөргә мәжбүр, шунан йәнә Үҙәккә бара. Халыҡ уңайлығы өсөн Үҙәктә башҡа түләүҙәрҙе лә ҡабул итеү ойоштороу күҙаллана.

- Зариф Закир улы, белеүебеҙсә, Һеҙ спорт менән дуҫ. Ун саҡрымлыҡ кросты еңел генә йүгерәһегеҙ, айыҡ тормош менән йәшәйһегеҙ. Депутат булараҡ йәмғиәт сире – эскелек менән әүҙем көрәшәһегеҙ. Ошо өлкәләге яңылыҡтарығыҙ менән таныштырығыҙ әле?

- Был проблема электән үк күңелемә тынғы бирмәй. Эскелек арҡаһында күпме кеше йәшләй һәләк була, үҙ-үҙенә ҡул һала, бер ғәйепһеҙ балаларҙың яҙмышы селпәрәмә килә?! Һайлау алды кампанияһы барышында халыҡ эскелеккә йыш зарланды һәм закондар кимәлендә саралар күреүемде һорағайны. Шуға ла сәйәси эшмәкәрлегемдә заман афәтенә ҡаршы көрәш ҙур урынды ала. Йәшерен цехтарҙа ҡойолған һаулыҡ өсөн зарарлы яһалма араҡы, көмөшкә һатыусыларға элек ике мең һум тирәһе штраф һалына ине. Халыҡ минән ошо сумманы арттырыуҙы һораны. Бер нисә хеҙмәттәшем менән закон проекты әҙерләнек һәм Дәүләт Думаһына тәҡдим иттек. Артабан уны тормошҡа ашырыу буйынса эштәрҙе үҙем алып барҙым. Закон былтыр августа ҡабул ителде. РФ Енәйәт кодексына һәм Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер һаулыҡҡа зыян килтергән яһалма араҡы һатыусыға 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем штраф һалына. Әгәр ҙә кеше бер йыл эсендә йәнә ошо эш өҫтөндә тотолһа, уға 50 мең һумдан 80 мең һумға тиклем штраф тәғәйенләнәсәк йәки бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк. Һаман да аҡылына килмәгән кешегә һуңғы сара - иркенән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.

- Был закон ҡабул ителгәнгә туғыҙ ай үтте. Һөҙөмтәләр ҡыуандырырлыҡмы?

- Республика прокуроры һәм БР буйынса Эске эштәр министры ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, Башҡортостанда ыңғай үҙгәрештәр бар. Райондарҙың эске эштәр бүлеге етәкселәре менән дә даими һөйләшеп торам, спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнеше кәмей.

Ғөмүмән, эскелеккә ҡаршы көрәш тик полицияның ғына бурысы булырға тейеш түгел. Йәмәғәт ойошмалары, урындағы үҙидара был эштә битараф ҡалмаһын ине. Үҙенә зыян тейеүҙән хафаланып, ауылдашының көмөшкә һатыуы хаҡында әйтмәүселәр бар, ләкин өндәшмәй ҡалырға ярамай. Кеше үҙе эсмәһә лә, уның яҡындары, балалары хәмер тоҙағына эләгеүе ихтимал бит. Әгәр ҙә полиция эскелеккә ҡаршы саралар күрмәһә, шулай уҡ зыянлы спиртлы эсемлектәр һатылған урындар хаҡында миңә хәбәр итергә мөмкин (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17).

- Үҙе осһоҙ, үҙе зәһәр, халыҡ телендә «фанфурик» тип аталған шыйыҡса эскеселәр мөхитендә киң ҡулланыла...

- Уның арҡаһында үлеүселәр күп булыуы хафаландыра. Составында 75 процент спирт булған препаратҡа алкоголь акцизы булдырыу (һөҙөмтәлә хаҡы артасаҡ) йәки уны бөтөнләй тыйырға һәм дөйөм әйләнештән алырға кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыш яһаным. Яҡын киләсәктә был мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк.

- Йылдар буйы эскесе менән йәшәргә мәжбүрҙәр күп яфа күрә. Элек, исмаһам, айнытҡыстар, һауыҡтырыу-хеҙмәт профилакторийы булды. Алкоголикка өгөт-нәсихәт йоғонто яһамай, ҡәтғи саралар кәрәк кеүек.

- Бер хәмер ҡоло ла үҙен эскесе тип һанамай. Эйе, улар үҙҙәре генә йонсомай, яҡындарының тормошон тамуҡҡа әүерелдерә. Миҫал өсөн, енәйәттәрҙең 70, ә суицидтарҙың 63 проценты хәмер тәьҫирендә ҡылына. Ғаиләһендә ғауға ҡуптарған, яҡындарына ҡул күтәргән кеше, минең ҡарамаҡҡа, мотлаҡ дауаланырға тейеш. Бөгөнгө закондар буйынса, кешенең теләге булмайынса, уны мәжбүри дауаларға ярамай. Әммә алкоголиктың үҙе теләп барып дауаланыуы – һирәк хәл. «Теләгән ваҡытта бер ниндәй дауаһыҙ ҙа туҡтай алам!» - тип кенә ебәрәләр. Ләкин барыбер туҡтамай... Тимәк, эскелек – ул сир һәм уның менән көрәшергә кәрәк.

Әлеге мәлдә, Дәүләт Думаһында хеҙмәттәштерем менән бергә, эскән кешене мәжбүри дауалау тураһындағы закон проекты өҫтөндә эшләйбеҙ. Иҫерек килеш енәйәт ҡылған йәки хоҡуҡ боҙған кешеләрҙе, медицина комиссияһы һөҙөмтәһенән сығып, мәжбүри дауалау ниәтләнә. Иҫерек водитель ҙур ҡайғылар килтереүе ихтимал. Шуға күрә, уларға ҡарата ла бындай сара күреләсәк. Хәҙер тәүге тапҡыр эскән хәлдә рулгә ултырыусыға административ яза бирелә, ә икенсегә - енәйәт яуаплылығы. 2017 йылда иҫерек водителдәр һаны буйынса республикабыҙ илдә икенсе урын алды – 28 мең кеше! Эскән кешегә диңгеҙ - тубыҡтан, уларҙы штраф һәм башҡа тыйыуҙар туҡтатмай. Бында мәсьәләне тамырынан хәл итергә, йәғни алкоголикты мәжбүр итеп дауаларға кәрәк.

Айнығып, үҙ хатаһын аңлап, башҡаса ауыҙына хәмер алмаған кеше ғаиләһенә терәк буласаҡ, тулы ҡанлы тормош менән йәшәйәсәк, юлдарҙа фажиғәләр ҙә кәмейәсәк.

Был закон проектына ҡаршы сығыусылар ҙа бар, имеш, кеше хоҡуҡтары үтәлмәй. Әммә эскеселәрҙең йәмғиәткә ниндәй оло бәләләр килтереүен күҙ алдына баҫтырһаң, иманым камил, бындай закон кәрәк.

- Зариф Закир улы, эскелектең халыҡ араһында тамырланыуының сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ? Кемдер эшһеҙлек халыҡты ошо юлға этәрҙе, тип тә әйтә?

- Төп проблема эшһеҙлектә түгелдер, тип уйлайым. Мәҫәлән, Себер тарафтарында эш менән проблема юҡ, ә ул төбәктә эскелек сәскә ата, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күп. Бына Кавказда эшһеҙлек көслө, тик унда эскелек, наркомания, суицид, социаль етемлек кеүек күренештәр бөтөнләй ят. Бында барыһы ла тәрбиәнән, ғаилә ҡиммәттәренән килә. Ояһында ни күрә – осҡанында шул була, тигәндәй, эскелекте ғәҙәти хәл кеүек күргән бала ата-әсәһе юлын ҡыуа. Райондарҙа, сәфәр барышында, тырышып донъя көткән йүнселдәр менән йыш осрашам. Улар күпләп мал аҫырай, баҡса үҫтерә, бесәнен-емен үҙе таба, балаларына сифатлы белем бирә, яҙмыштарына бер ҙә зарланмайҙар. Ә эскеселәр эшләмәй, ялҡаулана, башҡаларҙа ғәйеп эҙләй һәм эскелек һаҙлығына бата. Бында барыһы ла кешенең үҙенән тора.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың айыҡ тормошто һайлауы шатландыра. Туйҙар һәм башҡа ғаилә байрамдары хәмерһеҙ үтә. Һаулыҡҡа файҙалы милли эсемлектәр – ҡымыҙ һәм буҙа табында урын ала. Һабантуйҙарҙа элекке замандарҙағы кеүек иҫеректәрҙе осратмаҫһың. Был – бик яҡшы күренеш. Тимәк, эскелеккә ҡаршы закондарҙың һөҙөмтәһе бар. Улар ғаилә институтын нығыта, киләсәкте быуынды быуынды ҡурсалай, социаль тормошто яҡшырта. Әммә алда эшләйһе эштәр күп.

- Зариф Закир улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Изге башланғыстарығыҙға уңыштар йылмайһын!

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: