Был юлы: Флүрә Ғәлиәкбәрова (ул уҙған йылда ла гәзитебеҙҙән бүләк отҡайны), Ғәли Ғатауллин, Айгөл Хөсәйенова, Динара Ғәлләмова, Лилиә Кәримова, Фазиля Гәрәева, Илдус Йосоповҡа һәм Ибраҡай ауылынан Суфия Сәлиховаға (һүрәттә) уңыш йылмайҙы. Ике еңеүсе - Ришат Шабаев менән Илгиз Туҡтаров был көндө бүләктәр уйнатыуға шәхсән килгәйне.
- Ғаиләбеҙ менән 45 йыл Салауат ҡалаһында йәшәнек. Мине бәхетле кеше тип иҫәпләргә мөмкин - ҡасандыр «Выбор» ҡала гәзитенән бүләк отҡайным. Гәзиттәр алдырабыҙ, уҡыйбыҙ. Башҡаса районда, республикала булған яңылыҡтарҙы ҡайҙан белергә мөмкин? Стәрлебашҡа күсенеп ҡайтҡас та, тәү сиратта, район гәзитенә яҙылдым, - ти Ришат Биктимер улы.
Гәзит редакцияһы сираттағы еңеүселәрҙе ҡотлап, район гәзитенә тоғро булғандары өсөн һәр береһенә рәхмәт белдерә.
Үҙ хәбәрсебеҙ. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.