Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Май 2018, 11:52

Шылтырат! Һиңә ярҙам итәсәктәр!

«Берҙәм Рәсәй» партияһы инициативаһы буйынса, «Ныҡлы ғаилә» проекты сиктәрендә республикабыҙҙа халыҡҡа психологик ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыу маҡсатында, Башҡортостанда биш йыл тирәһе берҙәм: 8-800-7000-183 Ышаныс телефоны эшләй. Был номер халыҡҡа телефон аша ашығыс психологик ярҙам күрһәтеү буйынса хеҙмәттәрҙе берләштерә. Ярҙам тәүлек әйләнәһенә һәм аноним рәүештә күрһәтелә, ышаныс телефонына ҡабул ителгән барлыҡ мәғлүмәт конфиденциаль булып ҡала, республиканың бөтә территорияһы буйынса һәр телефондан (стационар һәм кеҫә телефондарынан) шылтыратыу түләүһеҙ. Шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәүселәр өсөн балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн: 8-800-2000-122 Берҙәм ышаныс телефоны эшләй (шылтыратыу түләүһеҙ һәм аноним рәүештә).

Читайте нас: