Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Май 2018, 11:27

Никотин - законлы наркотик

Уйындан уймаҡ сыға, ти халыҡ мәҡәле. Күптәр тәмәкене йәшлеге менән ҡыҙыҡ күреп тарта башлай. Тәүҙә берәүҙе тартып ҡарай, шунан икенсене. Бына шулай уйындан ғына башланған ҡылыҡ ғәҙәткә әйләнеп китә һәм йыш ҡына насар эҙемтәләргә килтерә. Күптәр һуңынан ташларға тырышып-тырышып ҡарай - тик булдыра алмай.

Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәй халҡының 70 проценты даими «көйрәтә». Тәмәке тартыуҙың зыяны нимәлә? Бер төрлө генә сигарет тартҡанда уның организмға кире йоғонтоһонан ҡотолоп буламы? Көслө тәмәке еңелерәктәренә ҡарағанда зыянлыраҡмы? Организмға зыяны ҙур булмаһын өсөн тәүлегенә нисә тәмәке тартырға мөмкин? Был һорауҙарҙың барыһына ла яуап бер - тәмәке һаулыҡ өсөн зыянлы. Һәр саҡ. Күпме генә тәмәке тартыуға ҡарамаҫтан, уның зыяны бик ҙур.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, донъяла йыл һайын тәмәкенән 3 миллион кеше вафат була. Был иһә тәмәке тартыуҙан һәр 13 секунд һайын бер кеше үлә тигән һүҙ. Үткәрелгән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ВИЧ-инфекцияға ҡарағанда тәмәкенән үлеү осрағы 50 тапҡырға күберәк. Һуңғы ике тиҫтә йылда Рәсәйҙә тәмәке тартыу эҙемтәһенән 5,8 миллионға яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән, шуларҙың 4,6 миллионы - 35-тән 70 йәшкә тиклемгеләр. Бер йылда 332000 граждан һәләк була, уларҙың һәр береһе кәмендә үҙенең ғүмерен 19 йылға ҡыҫҡарта.

Тәмәке төтөнөндә зыянлы матдәләр күп. Янып торған тәмәкенең төтөнө - 4 меңдән ашыу химик матдәне берләштереүсе үҙе бер химия заводы. Улар араһында иң зыянлылары - ацетилин, нишатыр спирты, бензол, формальдегид, метанол һәм цианид. Тап ошо матдәләр дауалауға бирелмәүсе йәиһә оҙайлы дауалау курсы талап итеүсе ҡурҡыныс ауырыуҙарға юл аса. Тәмәкеселәрҙең 87% күҙәтелгән иң ҡурҡыныс ауырыу - үпкә яман шеше. Был ауырыу, нигеҙҙә, дауалауға бирелмәй һәм йыш ҡына аҙағы насар тамамлана. Үпкә шешенән тыш, тәмәкеселәр лейкоз, ашҡаҙан, тамаҡ шеше кеүек башҡа ҡурҡыныс яман шеш ауырыуҙарына ла дусар була. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, үпкә яман шеше ауырыуының 90 - 95%, яман шештең башҡа төрҙәренең 45 - 50%, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренең 20 - 25% тап тәмәке сәбәпсе. Тәмәкеселәрҙә үпкә шешенән үлеү хәүефе тәмәке тартмаған ир-егеттәргә ҡарағанда 22 тапҡырға арта. Тартыу ирендә, ауыҙ ҡыуышлығында, тамаҡта, йотҡолоҡта яман шеш барлыҡҡа килтерә.

Никотин тамырҙарҙың хәрәкәт итеү һәм баш мейеһенең тын алыу үҙәктәрен ҡуҙғытып, ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына килтерә һәм төйөрсәләр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ йөрәккә кислород килеүҙе кәметә, ҡандың ойошоуына булышлыҡ итә, был иһә үҙ сиратында тромбыларға нигеҙ һала. Никотин йоғонтоһонда йөрәк тибеше 15 - 20 процентҡа йышая. Шуға күрә даими тәмәке тартыу йөрәкте көсөргәнеп эшләргә мәжбүр итә, был иһә уны ваҡытынан алда эшлектән сығара. Был насар ғәҙәттән баш тартыу өсөн бар көстө һалырға кәрәк. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тәмәкене ташлау - яман шештән үлем осрағын 30-35 процентҡа ҡыҫҡартасаҡ. Бындай һөҙөмтәгә әлегә иң алдынғы һәм ҡиммәтле дауаланыу менән дә өлгәшеү мөмкин түгел.

Марина СӘҒИТОВА,

үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы кабинеты табибы.
Читайте нас: