Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Май 2018, 11:24

Армия мәктәптән башлана

Армия йәшенә еткән һәр үҫмер хәрби хеҙмәткә алдан әҙерләнергә тейеш. Ошо маҡсатта йыл һайын май аҙағында биш көнлөк хәрби сборҙар үткәрелә.

Ағымдағы йылда хәрби сборҙарҙа район үҙәгенең 1-се һәм 2-се Стәрлебаш, Первомайский, Тәтер-Арыҫлан урта мәктәптәре һәм Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалынан 75 үҫмер ҡатнашты. Алдан теоретик әҙерлекте егеттәр «Хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре» курсы даирәһендә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә алған. Хәрби сборҙарҙың төп бурысы - алған белемде практикала ҡулланыу. Элек бындай сборҙар «Орленок» белем биреү-сәләмәтләндереү лагерында үтә ине, ә һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәр 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе территорияһынлда шөғөлләнә. Әйткәндәй, «Орленок»та улар бер көн булды: командалар араһында футбол матчы үткәрҙе һәм лагерь территорияһын йыйыштырырға ярҙам итте. Ә башҡа көндәрҙә иртән иртүк мәктәп территорияһында егеттәр тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары Римир Хөббөтдинов, Алик Рысаев, Ғәбделхәй Ғөбәйҙуллин, Минрәхим Шиһабетдинов, Фән Арыҫланов, Александр Кузнецов менән сафта йөрөү, физик, ут һәм тактик әҙерлек нигеҙҙәрен һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәр Уставын өйрәнде.

«Әлегә берәү ҙә хәрби бурысты бөтөрмәгән, - ти 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Алик Рысаев. - Һәм йыш ҡына үҫмерҙәр армия тормошона психологик һәм физик яҡтан әҙер булмай. Уҡыусыларыбыҙҙың ниндәй ҙә хәлгә әҙер булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Егеттәрҙең оҫталыҡтары, үҙ көстәренә ышаныстары фәндә лә, бизнеста ла, ниндәй ҙә карьерала кәрәк буласаҡ».

Биш көнгә армия тормошона сумып, буласаҡ призывниктар армияның ысын ир-егеттәр өсөн булыуын яҡшы аңлаған. Бында хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен генә түгел, тәртипле, түҙемле булырға, бер-береңә ярҙамлашырға, ауыр хәлдән сығыу юлын табырға һәм үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтәләр. Егеттәр Ватанды профессиональ һаҡлау - абруйлы һәм почетлы булыуына инанды.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: