Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2018, 11:41

Уҙғарылған саралар ыңғай һөҙөмтә бирҙе

Уҙған йылда «Урожай» йәмғиәтендә «Яңы технологиялар» йәмғиәте һәм уның директоры Илгиз Вәлиев етәкселегендә яңы тыуған быҙауҙарҙы аҫрау, үҫтереү һәм ашатыу буйынса яңы технология индерә башланылар.

Уҙған йылда «Урожай» йәмғиәтендә «Яңы технологиялар» йәмғиәте һәм уның директоры Илгиз Вәлиев етәкселегендә яңы тыуған быҙауҙарҙы аҫрау, үҫтереү һәм ашатыу буйынса яңы технология индерә башланылар.

Тәү сиратта, йәш малды аҫрау өсөн махсус ситлектәр эшләнде (унда быҙауҙарҙың аҫтына һалам түшәп, улар бында 70 көн дауамында аҫрала). Быҙауҙарҙың рационына ошо ойошма тарафынан бирелгән ҡатнаш аҙыҡ, һоло ҡатыш кукуруз, һыйыр һөтө һәм уның араһында - эсер һыу индерелгән. Уларға бесән һәм тоҙ бирелмәй. Күҙәнәкте тулыландырыу өсөн арпа һаламын ҡулланалар, уны көн һайын тейешенсә уларҙың аҫтына түшәйҙәр.

Ағымдағы йылдың февралендә «Урожай» йәмғиәте базаһында хужалыҡ етәкселәре, белгестәре һәм малсылары, шулай уҡ райондың эре КФХ башлыҡтары ҡатнашлығында ошо мәсьәлә буйынса район семинар-кәңәшмәһе ойошторолдо һәм үткәрелде. Йыйылыусылар ошо технология буйынса быҙауҙарҙы аҫрау һәм ашатыу шарттары менән танышты, артабан хужалыҡ етәксеһе И.Ғәскәров семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы хужалыҡтың иҡтисади күрһәткестәре һәм ошо фермала биш ай йомғаҡтары буйынса яңы ысулды ҡулланыу өҫтөнлөктәре менән таныштырҙы. Илдар Рим улы быҙауҙарҙың уртаса тәүлек артымы 700-800 грамға етеүен билдәләне, ошоға бәйле 50% тиклем тере массала мал-тыуар үҫтереү артҡан, быҙауҙарҙың һаҡланышы 100% тәшкил итә.

Бынан тыш, был технология үрсем өсөн аҫралған йәш малды үҫтереү срогын 12-13 айға кәметергә булышлыҡ итә, был юғары иҡтисади һөҙөмтәлелек бирә һәм малсылыҡ продукцияһының үҙҡиммәтен кәметә.

Районда яңы тыуған быҙауҙарҙы үҫтереү буйынса яңы ысулды тағы дүрт хужалыҡта: «Правда» агрофирмаһы», «Альянс», «ТОЛПАР» йәмғиәттәрендә, «Центральная» МТСында ҡулланалар. Ағымдағы йылда ошо исемлекте «Күндерәк» хужалығы, «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәте, Ленин исемендәге хужалыҡ тулыландырасаҡ. Ошо технология буйынса эшләгән хужалыҡтарҙың ыңғай һөҙөмтәләре бар, был тотош район буйынса малсылыҡ күрһәткестәрендә яҡшы яҡтан сағыла.

Наил ЙОСОПОВ,

район хакимиәтенең АПК бүлегенең баш зоотехнигы.
Читайте нас: