Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2018, 12:00

Район гәзите - яратҡан баҫма

Китаптар, гәзит-журналдар - беҙҙең рухи аҙығыбыҙ. Табылды ауылы халҡы ла тап шулай тип иҫәпләй. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара һәм ауыл халҡы уға әүҙем ҡушылды.

Мин гәзит-журналдарға яҙылыу барышы менән ҡыҙыҡһындым. Даими яҙылыусылар, нигеҙҙә, хаҡлы ялдағы пенсионерҙар. Шулар араһында Мәрхиә Байгилдина, Рәсимә Хөсәйенова, Нурия Исмәғилева, Мөхтәр Вахитов, Шәүрә Яхина, Фәниә Латипова 5-7шәр экземпляр гәзит-журнал алдыра. «Һәр саҡ район гәзитенә һәм республика баҫмаларына яҙылып, тирә-яҡта булған яңылыҡтар, хәл-ваҡиғалар тураһында беләбеҙ. Ауылдаштарыбыҙ тураһында уҡыуы айырыуса ҡыҙыҡ», - тиҙәр улар.

Тәлғәт ИСМӘҒИЛЕВ, Табылды ауылы старостаһы.
Читайте нас: