Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2018, 11:53

Хәрби бурысын намыҫлы үтәй

Армияла хеҙмәт иткәндә иң яҡшы сифаттар - дисциплина, намыҫлылыҡ һәм яуаплылыҡ. Ә юғары әхлаҡлылыҡ, тәртиплелек һәм илһөйәрлек кеүек сифаттарға эйә булһаң тағы ла яҡшыраҡ. Тап улар тәүге ауырлыҡтар һәм һынауҙарҙы еңергә, хәрби хеҙмәтте уңышлы һәм ышаныслы үтергә ярҙам итә.

Стәрлебаш ауылынан Людмила Владимировна һәм Вячеслав Иванович Павловтарға Артур улдары хеҙмәт иткән хәрби часть командиры, полковник Д.Кулайҙан Рәхмәт хаты килгән. «Хеҙмәт иткән ваҡытта, - тиелә хатта, - улығыҙ үҙен яуаплы һәм башҡарыусан хеҙмәткәр булараҡ күрһәтте. Ул ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәй һәм хәрби хеҙмәттең барлыҡ ауырлыҡтарын лайыҡлы үтә». Хатты уҡығанда күңелде яҡташтарыбыҙ, һәр йәһәттән ышаныслы егет - Артур Павлов өсөн ғорурлыҡ хисе биләп ала. Билдәләп үтергә кәрәк, Артур армияға киткәнсе юғары белем алған, Ҡазан аграр институтының магистратураһын тамамлаған, йәғни хеҙмәткә белемле, ҡулына диплом алған белгес булып киткән. Егет спортсы ла. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ волейбол, баскетбол, еңел атлетика менән мауыҡҡан. Хеҙмәтте Владимир өлкәһендә Рәсәйҙең Һауа-космос көстәрендә алыҫ авиация сафтарында үтә. Гәзит уҡыусылар исеменән беҙ Артурға уңышлы хеҙмәт итеп, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Бында уны туғандары һәм яҡындары, айырыуса ҡустыһы Иван һәм һеңлеһе Марина түҙемһеҙлек менән көтә.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: