Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2018, 11:46

Депутатлыҡҡа кандидаттарҙы һайлау

3 июндә «Берҙәм Рәсәй» праймеризы үтә Ағымдағы йылдың сентябрендә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлау була. Көҙгә тиклем ваҡыт бар әле, әммә «Берҙәм Рәсәй» партияһы уны бушҡа сарыф итмәй. 3 июндә, һуңғы йылдарҙағы кеүек үк, ул алдан тауыш биреү - праймериз процедураһын үткәрәсәк, унда теркәлеү урыны буйынса әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булған һәр гражданин ҡатнаша ала. Алдан тауыш биреү рейтинглы буласаҡ, сөнки Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар сифатында кемде күрергә теләүен халыҡ үҙе билдәләйәсәк. Беҙҙең хәбәрсенең районда буласаҡ саралар тураһында һорауҙарына «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Ғиззәтуллина Наилә Ҡадир ҡыҙы яуап бирҙе.

- Наилә Ҡадир ҡыҙы, алдан тауыш биреү тураһында ентеклерәк һөйләгеҙ әле?

- 2018 йылдың 11 ғинуарында «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы Генераль Совет президиумы тарафынан ағымдағы йылдың 3 июнендә Рәсәй Федерацияһының барлыҡ территорияларында Рәсәй Федерацияһы субъекты дәүләт власының закондар сығарыу органдары депутаттарына кандидаттарҙы «Берҙәм Рәсәй»ҙән артабанғы күрһәтеү өсөн кандидатуралар буйынса алдан тауыш биреү үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

- Был эш беҙҙең районда нисек ойоштороласаҡ?

- Районда алдан тауыш биреү буйынса алты участка төҙөлгән. Ул Стәрлебаш район Мәҙәниәт йортонда, Йәшергән, Ҡуғанаҡбаш, Ямғырсы, Ҡарағош, Түбәнге Аллағыуат ауыл мәҙәниәт йорттарында үтәсәк. Иҫәп комиссиялары ағзалары итеп быға тиклем «Берҙәм Рәсәй»ҙән күрһәтелгән участка һайлау комиссиялары ағзалары тәғәйенләнгән, йәғни иҫәп участкаларында һәр һайлау участкаһынан бер алдан тауыш биреү комиссияһы ағзаһы буласаҡ. Яҡын-тирәләге ауылдарҙан һайлаусылар ошо участкаларға килеп тауыш бирә ала. Ауыл биләмәләре башлыҡтары тауыш бирергә килергә теләүселәрҙе транспорт менән тәьмин итергә тейеш.

- Бөтә кеше лә тауыш биреү хоҡуғына эйәме?

- Эйе, 18 йәше тулған, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттарҙы хуплаған Рәсәй Федерацияһы граждандары тауыш бирә ала.

- Бөгөнгө көндә алдан тыуыш биреүҙә ҡатнашырға теләүсе депутатлыҡҡа кандидаттарҙы күрһәтеү тамамландымы?

- Эйе, депутатлыҡҡа кандидаттарҙы күрһәтеү 15 майҙа тамамланды. Әлеге ваҡытта алдан тауыш биреү майҙандарында дебаттар бара, улар 27 майҙа тамамланасаҡ. Праймеризда ҡатнашыусы ике дебатта ҡатнашырға тейеш. Дебаттар округ участкаларында үтә. Дебаттар барышы тураһында сайтта (PG.ER.RU) ҡарап барырға мөмкин. Әлеге ваҡытта 663 кеше алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уның йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш йыйған депутатлыҡҡа кандидаттар билдәләнәсәк, улар артабан 9 сентябрҙә дөйөм һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан республиканың Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар итеп күрһәтеләсәк.

- Республикала һәм беҙҙең районда нисә депутатлыҡ мандаты?

- Республикала Дәүләт Йыйылышының 110 депутатлыҡ мандаты. Республика буйынса 55 һайлау округы булдырылды. Һәр округта икешәр мандат. Береһе партия исемлеге буйынса һайлана, икенсеһе бер мандатлылар исемлеге буйынса. Беҙҙең район ике округҡа бүленгән. Был 36 һанлы Урал алды һайлау округы, унда беҙҙең район территорияһының бер өлөшө инә: Айҙарәле, Буҙат, Ҡуғанаҡбаш, Иҫке Ҡалҡаш, Стәрлебаш, Тәтер-Арыҫлан, Ямғырсы, Йәшергән ауыл Советтары; 47 һанлы Ермолаевка һайлау округы, унда Аллағыуат, Баҡый, Ҡабыҡҡыуыш, Ҡарағош, Күндерәк, Һарайҫа, Хәлекәй ауыл Советтары инә.

Шулай итеп, беҙҙең районда дүрт депутат һайланасаҡ.

- 3 июндә иҫәп участкалары нисек эшләйәсәк?

- Ғәҙәттәгесә, 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем. Тауыш бирер өсөн яҡындағы иҫәп участкаһына килеү мотлаҡ, үҙегеҙ менән паспорт алып килергә кәрәк.

- Наилә Ҡадир ҡыҙы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

«Берҙәм Рәсәй» – илдә асыҡ алдан тауыш биреүҙә бөтә халыҡ тауыш биреү юлы менән үҙенең кандидаттарын билдәләүсе берҙән бер партия.

Г.ДЕНИСОВА әҙерләне.


Читайте нас: