Күрше ауылдан килен булып төшкән Фроза апайҙы еңгә тигән кеше булмағандыр. Яратып, бик яҡын күреп, барыһы ла апай тине уны. Ә минең өсөн ул киноларҙа төшкән актриса, әкиәттәрҙә генә була торған тылсым эйәһе ине. Дегет-ҡара сәстәре оҙон толомдар итеп үрелгән, гел көләс йөҙөндә тип-тигеҙ тештәре ынйы кеүек емелдәйҙәр, һомғол буйы, ҡупшы кәүҙәһе сәхнәләрҙә торор өсөн генә яратылған кеүек. Бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым. Ата-әсәйем республика матбуғатының һәр төрлө баҫмаһын алдырһа ла, мәктәп
китапханаһындағы әллә күпме повестьромандарын уҡып сығып, ауыл клубына йөрөйөм. Уның бер бүлмәһен Фроза апай китапхана итеп йыһазландырған. Элек халыҡ бик күп уҡый ине. Ҡалын-ҡалын китаптар таушалып, биттәре бөгәрләнеп бөтә. Фроза апай шуларҙы тегеп, йәбештереп, ипкә килтереп ултыра, мин ихласлап уға ярҙамлашам. Ҡайһыларының эстәлеген ҡыҫҡаса һөйләй, геройҙарын ҡылыҡһырлай. Ә миңә шул етә ҡала: тиҙерәк карточкама яҙҙырып, ҡайта һалып, уҡый башларға! Яңы китаптарҙы тәүгеләрҙән булып Сафин Зиннур ағай уҡыр ине. Ә мин ул килтергән китаптарҙы эләктерергә тырышам. Ҡай саҡ Фроза апай: «Был китап өлкәндәр өсөн, үҫкәсерәк уҡырһың»,- тип китапты бирмәй ҡуя. Мин үҙемдең бәләкәй аҡылым менән ул китаптарҙа ат егеү, машина йөрөтөү, йорт һалыу кеүек эштәргә өйрәтәләрҙер, тип уйлайым. Мөхәббәт тураһындағы китаптар булып сыҡты улар. Фроза апай йәштәрҙе, йәштәр уны бик яратты. Каникулға ҡайтҡан студенттарҙы тиҙ генә ойоштороп, концерт әҙерләп, ауылдаштарының күңелен күрергә, күрше ауылдарға барып сығыш яһарға ла өлгөрөрҙәр ине. Концерттарҙан һуң уйынға ҡалып, таң атҡансы бейешәбеҙ! «Ваҡыт һуң, таралырға кәрәк», - тип ашыҡтырғанын хәтерләмәйем. Мөкиббән китеп уйнағаныбыҙҙы күреп, бүлдерергә ҡыймаған, клубты үҙебеҙгә генә ҡалдырып киткән саҡтары ла күп булды. Ундай ваҡыттарҙа ла бер кем дә зыян итмәй, тәртип боҙмай, ипле генә таралыша инек. Ә бит клубтың гармуны, баяны, өҫтәл-ултырғыстары, заманына күрә башҡа мөлкәте күп булды. Ә йәйен-ҡышын тәҙрә төптәрендә сәскә атып ултырған гөлдәре! Һәр тәҙрәнән, әйтерһең, Фроза апай үҙе йылмайып ҡарай! Ауыл клубын, үҙ йортон хәстәрләгән кеүек, таҙалыҡта, бик
йәмле итеп тотто. Йыйыштырыусы Ғәйникамал инәй менән бергәләп стеналарын һап-һары итеп йыуып ҡуялар, стеналарында әллә күпме плакат, лозунгылар! Еңеү байрамын билдәләү айырыуса хәтерҙә уйылған. Был көндө клуб шығырым тулы. Фроза апай сәхнәлә ҙур рам тотоп тора: унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған ауылдаштарыбыҙҙың исемлеге. Ошо оҙон исемлекте тулҡынланып уҡый ул. Залдағы тынлыҡты инәйҙәрҙең мышҡылдап, бабайҙарҙың тәрән көрһөнөп ҡуйыуҙары ғына боҙоп ҡуя. Аҙағында-бер минутлыҡ тынлыҡ. Ниндәйҙер ауыр ҙа, тантаналы ла ошо кисә һәр кемдең күңелендә ғүмер ахырынаса һаҡланалыр. Концерт тамамланғас, рамдағы исемлек яңынан урынына эленә лә, киләһе йыл тағы ҡабатлана. Был клубта билдәләнмәгән бер генә байрам да булмағандыр! Хәҙер йәштәр бик иғтибар итмәгән Конституция байрамы ла (ул 5 декабрь көнө була ине) йыл һайын доклад уҡылып, ҙур концерт менән тамамлана торғайны. Фроза апайҙың шул ваҡыттағы эшмәкәрлеген уйлаһам, барыһына ла нисек өлгөрҙө икән, тип хайран ҡалам! Кистәрен агитатор булып, йорттарҙа йыйылған халыҡҡа ил-донъя ваҡиғаларын еткереп, ауылдаштарының һорауҙарына яуаптар биреү, фермаға барып һауынсы-малсылар менән политинформация үткәреү, ауыл таланттары менән спектакльконцерттарға репетициялар яһау, артистарға костюм-реквизиттар әҙерләү һәм башҡа күҙгә күренмәгән тағы әллә күпме эштәре! Бергә ғүмер иткән ҡәйнәһе, гел ҡырҙа эшләгән тормош иптәше, өс балаһы ла бар бит әле. Ҡура тулы мал, яҙ менән башланған баҡса эштәренә нисек өлгөргәндер. Һайлауҙар кампанияһы ваҡытында Фроза апай өйөнә ҡайтып әйләнә
лә алмайҙыр, тип уйлай инем мин. Ғүмер буйы район гәзитенең хәбәрсеһе булды ул! Фроза апай ауылдаштарының һәр уңышын, яңылыҡтарын матбуғатта яҡтырта белде. Гәзиттең һәр һаны һайын тиерлек уның мәҡәләһе сығыр ине. Колхозсылар тормошон яҡтыртып ҡына ҡалманы, мәктәп уҡыусыларының да өлгәштәре, уңыштары тураһында яҙып, күңелдәрен күтәрер ине ул. Ошо гүзәл тәбиғәтле кешенең, беҙҙең яратҡан Фроза апайыбыҙҙың ошо көндәрҙә күркәм юбилейы. Ауылдаштарымдың, үҙемдең тиҫтерҙәремдең ихлас ҡотлауҙарын, матур теләктәребеҙҙе яҙҙың йылы елдәре еткерһен ине!
Фирҙәүес БАҺАУЕТДИНОВА. Мәләүез ҡалаһы. Фото ғаилә альбомынан.