Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2018, 11:33

Зыяраттарҙа өмәләр үтте

1 май байрамдары алдынан Әмир, Хәлекәй, Һары йылға һәм Аҡшишмә ауылдарында зыяраттарҙы таҙартыу буйынса шәмбе өмәләре ойошторолдо. Хәлекәй ауыл биләмәһе территорияһында улар алтау.

Ауыл халҡы, кесеһенән алып олоһона тиклем, ошо изге эштә ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары, пенсионерҙар, төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, ҡайһы берәүҙәр хатта тотош ғаиләләре менән зыяратта тәртип урынлаштырырға килде. Һәр кем үҙе менән эш ҡоралы алып килгәйне. Эш «ҡайнап» торҙо. Шәмбе өмәһендә ҡатнашыусылар ҡороған ағастарҙы ҡырҡты, ҡоро үлән һәм сүп-сарҙы йыйып, үҙҙәренең машиналарында уны сүплеккә алып барып түкте, ихатаны ремонтланы.

Үҙемдән шәхсән һәм ауыл старосталары исеменән ауылдаштарыма, яҡташтарыма ҙур эш башҡарғандары өсөн, шулай уҡ туғандары һәм яҡындарының ҡәберлектәрендә тәртип урынлаштырыу өсөн тыуған ерҙәренә ҡайтҡан ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт белдергем килә. Барлыҡ ауыл биләмәләрендә шәмбе өмәләре һөҙөмтәле үтте, зыяраттар күҙгә күренеп таҙарҙы.

Әйҙәгеҙ, төҙөкләндереү буйынса киләһе сараларҙа ла берҙәмлек һәм әүҙемлек күрһәтәйек, хөрмәтле ауылдаштар.

Фәрит БАҺАУЕТДИНОВ, Хәлекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: