Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2018, 11:32

Шаулар ҡарағай урманы...

Һәр яҙын БР «Стәрлетамаҡ урман хужалығы» учреждениеһының Стәрлебаш участкаһы коллективы яңы ағастар ултыртыу буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. Мәҫәлән, ағымдағы йылда урман фондының 30 гектарында 120 мең үҫенте ултыртыласаҡ. Бөгөн ошо предприятие хеҙмәткәрҙәре урмандарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу һәм арттырыу өсөн бик күп көс һәм тырышлыҡ һала.

- Һуңлап килгән яҙ арҡаһында тәбиғәтте тергеҙеү буйынса сараларға ғәҙәттәгенән һуңыраҡ тотонорға тура килде. Уҙған йылдарҙа беҙ был ваҡытҡа был эште тамамлағайныҡ, - тип һөйләй Стәрлебаш участкаһы начальнигы Айҙар Сәхипгәрәев.

Айҙар Хәйҙәр улы әйтеүенсә, әлеге мәлдә коллектив ағас ултыртыу һәм бер нисә участкала урман һыҙаты булдырыу менән мәшғүл. Буҙат цехы хеҙмәткәрҙәре, урман мастеры Ғәбзәйер Хәкимов етәкселегендә, Васильевка эргәһендә 13 гектар, шулай уҡ Тәтер-Арыҫлан ауылы эргәһендә - 5 гектар майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултырта. Бынан тыш, Әмир ауылы эргәһендә ҙур эш башҡарылған, унда Хәлекәй ауыл биләмәһе менән килешеү буйынса баҫыуҙы һаҡлаусы урман һыҙаты - ике гектар майҙанлы участкала 10 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртылған.

Үҫентеләрҙе предприятиеның урман питомнигында үҫтерәләр. Урмандарҙы яңыртыу өсөн нигеҙҙә ҡарағай, ҡайын, йүкә, ҡарағас ултырталар. Билдәләп үтергә кәрәк, район халҡына һатыу өсөн питомникта 11 төрҙән ашыу: ҡупшы зәңгәр шыршы, төҙ эрбет, ҡарағай, декоратив тирәк, аҡ ҡайын, сәләмәтлек өсөн файҙалы балан, миләш, әлморон, йүкә һәм хатта эксклюзив каштан үҫентеләре бар. Уларҙы Зәлиә Иҫәнбәтова, Мәнүрә Фәйзуллина, Миләүшә Абдрахманова хәстәрләп үҫтерә. Ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ ағас ултыртыуҙа ла ҡатнаша. Уларҙы беҙ предприятиеның башҡа хеҙмәткәрҙәре менән Тормай ауылы артындағы урман буйында осраттыҡ. Эш ҡайнай ине. Константин Иванов ағас ултыртыу машинаһы агрегатында трактор менән оҫта идара итә. Агрегатты йөрөтөүсе Юрий Егоров һәм Нияз Ғүмәров эшен етеҙ һәм тиҙ башҡара - соҡорға үҫентеләрҙе ултырта. Тәү ҡарашҡа ғына ағас ултыртыу процесы механикалаштырылған кеүек күренә, әммә кеше ҡатнашлығынан тыш был эште башҡарып булмай. Мосауир Шәймәрҙәнов етәкселегендә ҙур булмаған бригада һәр ултыртылған ағасты ҡарап бара.

- Эш еңел түгел, иғтибар һәм ипле булыуҙы талап итә. Үҫентенең дөрөҫ ултыртылыуы бик мөһим. Беҙ уның тамырын күмеп, ерҙе тығыҙлайбыҙ. Артабан улар ерегеп китер, тип өмөтләнергә генә ҡала, - ти йәшелләндереүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе Рәүис Латипов.

Яңы ылыҫлы урман бында 12 гектар майҙанда ултыртыласаҡ. Әлегә ике йәшлек ҡарағайҙар бик бәләкәй күренә, әммә йылдар үтеү менән был урында ҡарағай урманы шаулаясаҡ һәм барыһын да үҙенең матурлығы, таҙа һауаһы һәм ҡоштар һайрауы менән шатландырасаҡ. Иң мөһиме, кешеләр урман хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен хөрмәт итһен һәм тәбиғәт байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлаһын ине.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: