Был көн - шатлыҡлы һәм аяныслы. Уның башҡаса булыуы ла мөмкин түгел! Совет халҡы яҙмышына ҙур һәм ауыр һынауҙар төшә: атайҙар, ағайҙар, улдар, ирҙәр, ҡыҙҙар, апайҙар һәләк була. «Һуғыш» тетрәндергес, ҡот осҡос һүҙ. Ул бер ғаиләне лә урап үтмәй. Ошо көндәрҙә, тәбиғәт уянғанда, беҙ тормоштоң ни тиклем матур һәм ҡәҙерле булыуын тоябыҙ! Шул ҡот осҡос шарттарҙа һуғышҡан, һәләк булған һәм барлыҡ ауырлыҡтар һәм һынауҙарыға ҡарамаҫтан, иҫән ҡалғандар арҡаһында ғына тыныс тормошта йәшәүебеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ.
Тәбиғәт бөйөк тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндәй, иртән иртүк сағыу ҡояш балҡыны. Изге традиция буйынса, иртәнге сәғәт туғыҙға Стәрлебаш ауылының Еңеү паркына байрамса кейенгән, күкрәктәренә Георгий таҫмаһы таҡҡан, ҡулдарына шарҙар, сәскәләр, флагтар, Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡындарының фотоһүрәттәрен тотҡан һуғыш һәм тыл ветерандары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, мәктәптәр һәм Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы уҡыусылары, йәш армиясылар йыйыла башланы. Ҡайғылы әсә һәйкәле эргәһендә мәктәп уҡыусылары почетлы ҡарауылға баҫты. Ә башҡалар, тере коридорға теҙелеп, һәйкәлгә сәскә һалыусыларҙы: район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, Бөйөк Ватан, Афғанстан, Чечня һуғыштарында ҡатнашыусыларҙы, хеҙмәт ветерандарын сәләмләне. Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, улар колонналарға теҙелеп, район үҙәгенең үҙәк майҙанына йүнәлде. Тәүҙә немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ғүмерен биргән, Еңеү өсөн барыһын да эшләгән, әммә Еңеү майын күрә алмаған һәм бер тапҡыр ҙа парадта үтмәгән, тылда Еңеү өсөн ал-ял белмәй, тырышып эшләгән туғандары һәм яҡындарының фотоһүрәттәрен тотҡан «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусылар барҙы.
Үҙәк майҙанға еткәс, яҡташтарыбыҙ - Советтар Союзы Геройҙары Абдулла Әхмәтов һәм Сафа Хәсәновтың бюстарына, шулай уҡ локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар стелаһына сәскәләр һалынды. Абдулла Шәнгәрәй улына 2 майҙа 100 йәш тулған булыр ине. Районда байрам алдынан герой иҫтәлегенә бағышланған мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелде.
Еңеү көнө хөрмәтенә тантаналы митингты район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров асты.
- Бөйөк Ватан һуғышы 1418 көн һәм төн барҙы. Ул һәр йортҡа, һәр ғаиләгә инеп, һәр кешенең йөрәгендә эҙ ҡалдырҙы. Тыуған илде яҡлау өсөн тотош халыҡ күтәрелде. Халҡыбыҙҙың батырлығының бөйөклөгөн бер кем дә һәм бер нимә лә кәметә алмай. Еңеү көнө тотош донъяға тап беҙҙең илебеҙ, беҙҙең армия, тап беҙҙең халыҡтың нацизмды тар-мар итеүен хәтергә төшөрә. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү - милли ғорурлыҡ, Тыуған илебеҙҙең хәрби даны һәм ҡыйыулыҡ символы. Был беҙҙең ҡәҙерле, изге тарих, уның һәр бите ғазап һәм әрнеү, көрәш һәм ҡыйыулыҡ менән тулы.
Район халҡын шулай уҡ район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов, КПРФ район комитеты секретары Мансур Хөббөтдинов йылы һәм ихлас күңелдән ҡотланы.
Байрам концерт программаһын ветерандарҙың «Серебряночка» халыҡ вокаль ансамбле «Иртәгә һуғыш булды» йыры менән асты. Байрам сәхнәһенә бер-бер артлы хәрби формала артистар сыҡты, һуғыш йылдары шиғырҙары һәм йырҙары яңғыраны. Сәхнәне район халҡы һәм ҡунаҡтар уратып алды. Һәм беҙҙең менән бергә байрамды фотоһүрәттәрҙән герой - яугирҙәр ҙә ҡараны. Ә тыныс күк йөҙөнә бер-бер артлы төрлө төҫтәге байрам шарҙары осто.
Бөйөк Еңеүҙән беҙҙе тиҫтәләрсә йылдар айыра. Һуғыш ветерандары аҙайғандан аҙая. Беҙ улар арҡаһында бөгөн тыныс күк йөҙөндә йәшәүебеҙҙе, эшләүебеҙҙе, балалар үҫтереүебеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Беҙҙең быуындың төп бурысы - ошо иҫтәлекте балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ аша киләһе быуындарға еткереү. Һәм бында шул ҡот осҡос йылдарҙағы ваҡиғаларҙың мәғәнәһен үҙгәртмәйенсә, башҡа төрлө тарих уйлап сығармайынса ысынбарлыҡты еткереү мөһим. Атай-олатайҙарыбыҙ беҙгә ғүмер бүләк итер өсөн нисек көрәшкән, беҙ ҙә шулай уҡ бөгөн улар һәм уларҙың батырлыҡтары тураһында иҫтәлек, ошо ваҡиғаларҙың дөрөҫлөгө өсөн көрәшергә тейешбеҙ. Йәш быуын беҙҙең еңеүсе булыуын, халҡыбыҙҙың ошо Еңеү өсөн күпме көс һалыуын һәм күпме кешенең ҡорбан булыуын белергә тейеш.
Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.