Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2018, 11:22

Халыҡ иғтибарына!

Ағымдағы йылдың 1 июленән барлыҡ ветеринар оҙатып барыусы документтар «Меркурий» федераль дәүләт системаһы аша электрон рәүештә тултырылырға тейешлеген хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

«Меркурий» - мәғлүмәт базаһына ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡта аҫралған һәр мал, уның тыуған көнө, йылы, вакцинация үткәреү сроктары, ветеринар тикшереүҙәр тураһында мәғлүмәт индерелә. Ошо мәғлүмәт нигеҙендә һөт һәм ит ташыу өсөн оҙатып барыусы документтар биреләсәк.

1 июлдән ит, балыҡ, һөт, йомортҡа һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы әйләнешендә ҡатнашыусы барлыҡ ойошмалар, дәүләт ветеринар хеҙмәте контролендәге ваҡлап һатыу магазиндары, күмәртә базалары, һөт заводтары һәм ит комбинаттары, ҡошсолоҡ фабрикалары, диңгеҙ продукттарын етештереүселәр, тоҡомсолоҡ хужалыҡтары, шулай уҡ дөйөм туҡланыу учреждениелары һәм сауҙа селтәрҙәре системаға инеп, рәсмиләштерелергә бурыслы.

Шәхси эшҡыуар «Меркурий» федераль дәүләт системаһы базаһында булмаһа, уның продукцияһын һатыу мөмкин булмаясаҡ.

Район ветеринар станцияһы.
Читайте нас: