Бөгөнгө көндә районда 11 яугир йәшәй. Улар өсөн 8 майҙа район Мәҙәниәт йортонда байрам концерты һәм сәй табыны ойошторолдо. Ингән ерҙә ветерандар уҡыусылар ҡулынан шатланып Георгий таҫмаһы һәм тере сәскәләр ҡабул итте. Улар яңылыҡтар менән уртаҡлашты, бер-береһен байрам менән ҡотланы. «Был байрамда беҙ тарихта иң ҡурҡыныс һуғыш мәлендә илебеҙҙе һаҡлаған кешеләрҙең ҡыйыулығына ҙур ғорурлыҡ менән хөрмәт күрһәтәбеҙ. Еңеүҙең ҡорал көсө менән генә түгел, тәү сиратта - халҡыбыҙҙың рух ныҡлығы менән дә яуланыуын яҡшы беләбеҙ. Тыуған илебеҙҙе яҡлап, һеҙ беҙгә үҙ еребеҙҙә йәшәү хоҡуғы бүләк иттегеҙ. Геройҙар тураһында иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ. Ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш йылдарында үлемһеҙ батырлығығыҙ өсөн һеҙҙең алда түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Бөйөк Еңеү көнө менән!», - тине район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, ветерандарҙы ошо изге байрам менән ҡотлап. Йыйылыусыларҙы шулай уҡ Миәкә һәм Стәрлебаш райондарының хәрби комиссары Ринат Латипов һәм район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов йылы ҡотланы. Артабан район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары башҡарыуында шиғырҙар һәм һуғыш осорондағы йырҙар яңғыраны. Сығыштар ветерандарға һәм йыйылыусыларға ныҡ тәьҫир итте. Күптәрҙең күҙҙәре йәшләнде. Концерт аҙағында Илдар Баһауетдиновтың тотош зал менән бергә башҡарған «Еңеү көнө» йыры айырыуса тулҡынландырғыс яңғыраны.