Уны армияға 1941 йылдың август башында саҡырталар.
Хәрби комиссар 19 йәшлек мыҡты кәүҙәле егеткә иғтибар менән ҡарап ҡуя.
- Һине танкистар әҙерләү мәктәбенә ебәрербеҙ, моғайын.
- Үҙегеҙ беләһегеҙ, - тип тыйнаҡ ҡына яуап бирә Мәхмүт.
КВ танк орудиеһы командиры була ул. Воронеж эргәһендә, Брянск, Курск, Орлов йүнәлештәрендә алыша.
- Курск дуғаһындағы һуғышты мин 29-сы айырым гвардия ауыр танк полкы составында ҡаршыланым, - тип хәтерләй Мәхмүт Шәғәли улы. - Яңы ИС-2 танкылары алдыҡ. Улар үҙҙәренең маневр яһай алыуы һәм атыу ҡеүәте менән немец танкыларынан күпкә яҡшыраҡ ине. Прохоровка эргәһендә үткән билдәле танк алышында ҡатнаштыҡ.
Бында Арыҫлановты II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ә быға тиклем - ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Артабан Көнбайышҡа табан баралар. Тағы бер орденға лайыҡ була.
Ғәйәт ҙур һынауҙар. Яралана. Өс тапҡыр хәрби машина экипажы ут ялмап алған танктан сығып, мөғжизә менән генә иҫән ҡала.
- Беҙ өс тапҡыр ут менән сыныҡҡан инде, - ти танк водителе Владимир Семиглазов.
2-се Украина фронты составында Арыҫланов Берлинға барып етә. Артабан Прагаға юл тоталар, бында Чехословакияла немец-фашист ғәскәрҙәренең һуңғы ҙур төркөмө тар-мар ителә.
Герой тыуған ауылына 1946 йылда ҡайта.
Бер ваҡыт уны район партия комитетына саҡырталар.
- Колхоз рәйесе булырһың, - ти уға ҡыҫҡа ғына беренсе секретарь.
Әммә бер нисә йылдан Арыҫланов был вазифаны ҡалдыра. Тракторсы, башҡа участкаларҙа эшләй.
Уның тормош иптәше Флүрә Фәтҡулла ҡыҙы бөгөн Ибрай ауылында йәшәй.
- 1981 йылдың ноябрендә Мәхмүт шундай пландар төҙөнө, - тип хәтерләй ул. - Киләһе йылдың мартында хаҡлы ялға сығам, 60 йәшлек юбилейымды билдәләрбеҙ, балалар, туғандар йыйылыр, тигәйне. Әммә уның хыялы тормошҡа ашманы. 17 декабрҙә ваҡытһыҙ вафат булды.
Мәхмүт Шәғәли улы үҙенең ысынлап та бөйөк батырлығына бәйле тағы бер яңылыҡ тураһында белмәй ҡала. 2015 йылда Интернеттан уның Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтелеүе билдәле була. Танк полкы командиры подполковник Тезиков бүләкләү ҡағыҙында шул алыштарҙы бына нисек һүрәтләй. 1944 йылдың 17 июлендә дошмандың Брод төркөмөн тар-мар иткәндә ИС-2 танк орудиеһы командиры Арыҫланов оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, тоҫҡап атылған ут менән дошмандың биш ауыр танкыһын, танкка ҡаршы дүрт ҡоролмаһын, ун пулемет нөктәһен һәм 100гә яҡын һалдат һәм офицерҙы юҡ итә. 1944 йылдың 25 июлендә уның танкы хәрби бурыс үтәп дошман тарафынан шартлатылып, ҡуҙғала алмағанда, Арыҫланов немецтарҙың танкка тоҫҡап атыуына ҡарамаҫтан, уны ташлап китмәй. Шул уҡ ваҡытта үҙенең танкыһынан атып, дошмандың ике үҙйөрөшлө ҡоролмаһын юҡ итә. Уның танкын ут ялмап алғас ҡына, ул, яраланған көйө унан сыға.
Быға түбәндәгеләрҙе өҫтәйек. Бүләкләү ҡағыҙына шулай уҡ дивизия, корпус командирҙары, армия командующийы ҡул ҡуя. Әммә документ фронттың Хәрби Советында ятып ҡала. Бик йәл, әлбиттә. Алтын Йондоҙ урынына Арыҫлановҡа Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшыралар. Әйткәндәй, был орден да - шулай уҡ юғары награда.
Ә шул саҡта, 1975 йылда, Мәхмүт Шәғәли улы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты:
- Һуғышты иҫләп, фронттан ҡайтмаған яҡташтарым тураһында уйлайым. Күреп тораһығыҙ, ауылыбыҙ ҙур түгел. Әммә ошо ауылдан алты тиҫтәнән ашыу һалдат яу яланында башын һалды. Уларға һәйкәл ҡуйырға ине.
Мәхмүт Шәғәли улының был хыялы бойомға аша. Бөгөн ауыл үҙәгендә һәләк булған һалдаттарҙың исемдәре яҙылған һәйкәл тора.
Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото Арыҫлановтарҙың ғаилә архивынан.