Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Май 2018, 12:14

Атайым хаҡында

Һуғыш... Был ҡурҡыныс төшөнсә Еңеү һүҙе менән һәр ваҡыт бергә йөрөй һәм кешеләрҙең күңелендә яуҙа ҡатнашҡан иң яҡын туған-тыумасалары һаҡлана. Ә беҙгә, Яңы Ҡалҡаш ауылында йәшәүсе Заһиҙуллиндарға, яғымлы ҡарашы менән атайыбыҙ Шакирйән Бәхтиәр улы күҙ алдына килеп баҫа.

19 йәшендә уҡытыусы булып эш башлап ебәрә һәм ғүмере буйына ошо һөнәренә тоғро ҡала ул. Йәштәштәрен ул әҙәпле кешеләр тип иҫкә ала ине.

Атайыбыҙ 1919 йылда Яңы Ҡалҡаш ауылында тыуған. Олатаһы Бәхтиәр тәрбиәһендә үҫкәнгә ул ғүмере буйы үҙен уның улы тип йөрөттө. Олатаһы алдынғы ҡарашлы, дини, егәрле кеше була, умарта тота. Бал алғас, уны табаҡ-табаҡ урам уртаһына алып сығып, ауыл балаларына таратыр булған. Донъяны алдан күрә белгәнгәме, атайыбыҙҙы партия сафына инеүҙән тыйған. Атайыбыҙ коммунист булмаһа ла, партия сафындағы кешеләрҙе лә уҡытҡан. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа уға толоп кейҙереп, ат санаһына ултыртып, үҙҙәрен уҡытырға алып китә торған булғандар.

Олатайым атайыбыҙҙы күп нимәгә өйрәткән. Һорамайынса, кешеләрҙең энәһенә лә теймәҫкә ҡушҡан, шуға ла атайыбыҙ намыҫлы кеше ине. Ул кешегә нимә булһа ла биреп, кире һорап йөрөмәне, ләкин кешеләрҙең бер нимәһен дә һорамайынса алманы. Ул ябай кешеләр өсөн янып-көйөп йәшәне. Ауыл халҡының күбеһе унан кәңәш һорап килер ине. Һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты.

Атайыбыҙ намыҫлы, ҙур йөрәкле, ысын уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны булды. 1941 йылда һуғыш башланғас уны бер нисә тапҡыр хәрби комиссариатҡа саҡырталар, әммә уҡытыусылар тылда кәрәк тип, кире ҡайтаралар. Өсөнсө тапҡыр саҡыртҡанда, ул барыбер һуғышҡа китә. Әммә уның тураһында беҙгә бер ҡасан да һөйләмәне. Уның Брянск эргәһендә һуғышҡанын, артиллерист булғанын һәм яраланған бер иптәшен үҙ елкәһенә һалып, уны ут эсенән алып сыҡҡанын, ә ул һалдаттың барыбер үлеүен, үлһә лә, уны ҡосаҡлап, үкһеп-үкһеп илауын, күпмелер ваҡыт үткәс, үҙенең дә ҡулы яраланып, госпиталгә эләгеп, ҡабат ҡорал тота аламаясаҡ тип, ҡайтарып ебәреүҙәрен генә беләбеҙ. Һуғыштан һул ҡулы яраланып ҡайтҡан атайыбыҙ бер ҡасан да бер кемдән дә ярҙам һораманы. Үҙенең үтә ныҡ әҙәпле, намыҫлы, ғәрсел булыуы менән инвалидлыҡ та юллап йөрөмәне. Ул кешеләрҙе яратып, хөрмәт итеп йәшәне.

Олоғайып киткән атайымдың йөрәк өйәнәге йышайҙы. 2000-се йылдарҙа һуғыш ветерандарына машиналар бирә башланылар. Бөтәһенә лә түгел, башҡаларға аҡсалата компенсация бирелә тигән хәбәр ҙә булды. Атайымдың машинаһы юҡ ине. Беҙ, балалары, уның хәлен күреп, ауыр кисерҙек. «Ғүмерем булһа, икенсе Еңеү көнөн дә күрербеҙ әле», - тип өмөтләнде. Тик 2008 йылдың 9 декабрендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Атайыбыҙҙы хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Әммә ауылыбыҙҙа һуғыш ветерандарын иҫкә алыу өсөн бер ниндәй ҙә урын юҡ. Хәҙер күп ауылдарҙа ҡиммәтле материалдарҙан яһатылған таҡтаташҡа һуғыш ветерандарының исем-фамилиялары яҙылып, шунда ветерандарҙың балалары, яҡындары сәскә һалалар. Беҙҙең Яңы Ҡалҡаш ауылында ла, минеңсә, шундай таҡтаташ булырға тейеш. Киләсәк быуын һуғыш яугиҙәрен белергә тейеш.

Наилә ФӘЙЗУЛЛИНА (ЗАҺИҘУЛЛИНА).

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: