Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Май 2018, 16:44

Пенсияларҙы софинанслау

Башҡортостанда йәшәгән 406 меңдән ашыу кеше Пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһында ҡатнашып, пенсия тупланмаһын булдырыуҙа ҡатнашыу теләге белдерҙе. Программа бойомға ашырылғандан алып улар шәхси иҫәптәренә 2 млрд. һумдан ашыу өҫтәмә страховка иғәнәләре күсергән.

Программа 2008 йылдың 1 октябрендә тормошҡа ашырыла. Дәүләт ярҙамы алыр өсөн 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем тейешле ғариза тапшыра. 2015 йылдың 31 декабренә тиклем тәүге иғәнә түләргә кәрәк була, өҫтәүенә программала ҡатнашыусының йыллыҡ иғәнәһе 2000 һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Дәүләт ярҙамы (софинанслау) гражданин сараһы күләмендә календарь йылы аҙағында күрһәтелә, әммә йылына 12000 һумдан да артмаҫҡа тейеш. Софинанслау тәүге өҫтәмә страховка иғәнәһенән алып 10 йыл дауам итә. Тәүге түләүҙе 2009 йылда күсергән гражданин 2018 йылғы иғәнәләре өсөн һуңғы тапҡыр дәүләт ярҙамын 2019 йылда аласаҡ.

Пенсия йәшенә етеүгә граждандың өҫтәмә страховка иғәнәләре һәм дәүләт ярҙамы страховкалаусы тарафынан гражданин һайлауы буйынса инвестициялана: әгәр тупланма пенсия Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондында, дәүләт йәки шәхси идара итеүсе компанияларының береһендә формалашҡан булһа; йәки дәүләткә ҡарамаған пенсия фондынан. Шулай уҡ пенсия тупланмалары страховкалаусы тарафынан бер тапҡыр бирелә торған түләү, ашығыс пенсия түләүе төрөндә йәки тупланма пенсия составында түләнә.

Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров хәбәр итеүенсә, 2012 йылдан алып республикала йәшәүсе 250 мең пенсионер пенсия тупланмаларын бер тапҡыр бирелә торған аҡса төрөндә алған. 2017 йылда Рәсәй Пенсия фонды тарафынан республикала йәшәүсе 40 мең пенсионерға 457 миллион һумдан ашыу бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләнгән, шулар иҫәбендә софинанслау программаһында ҡатнашҡан граждандар ҙа бар.

Рәсәй Пенсия фонды БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: