Ағымдағы йылда, уҙған йылдағы кеүек үк, тыуған сабыйҙар һаны бер кимәлдә - 45 (45). Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 9 (5) сабый тулы булмаған ғаиләлә тыуған, улар әсәйҙәре тәрбиәһендә генә үҫәсәк. Ғаиләлә тәүге бала булып тыуыусылар ҙа кәмегән - 12 (15), әммә, ғаиләлә иҫәп буйынса икенсе булып тыуған сабыйҙар һаны артҡан - 20 (17), шулай уҡ өсөнсөләр ҙә - 15 (6). Дүртенселәре булып икәү, 2017 йылда дүртәү тыуған. Малайҙар уҙған йылдағы кеүек үк - 24 (24), ҡыҙҙар бер аҙға күберәк - 25 (21). Ни тиклем тырышһаҡ та, үлемде кәметеп булмай - 84 (81). Улар тыуымға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк тиерлек. Уҙған йылдарға ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар күберәк үлгән - 46 (37), ир-аттар - 38 (44). Үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙың бер осрағы теркәлгән.
20 (20) кеше никахҡа ингән. Шуларҙың 6 (8) ҡатын-ҡыҙҙың ауырға ҡалыу һәм 3 (1) осрағы - бала тыуыу сәбәпле. Айырылышыуҙар бик күп. Өс ай эсендә 10 пар (уҙған йылда ла шул уҡ күләмдә) айырылышҡан. Ә былар селпәрәмә килгән яҙмыштар, ғаилә тормошона һәм тормош иптәшеңә ышаныс юғалтыу, яңғыҙ әсәләр, атайһыҙ үҫкән сабыйҙар. 20 никах теркәү, 20 айырылышыу. Ни өсөн хәлдәр бик киҫкен тора? Бөтәһенә лә - тейешле хеҙмәттәргә һәм граждандарҙың үҙҙәренә уйланырға урын бар. Дөрөҫөн әйткәндә, хәлдәр бик насар, шуға ла ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк.
Ағымдағы йылдың март айында 18 (21) сабый тыуған, 33 (26) кеше үлгән. 8 (6) пар никахҡа ингән, 7 (8) айырылышыу булған.