Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Апрель 2018, 12:32

«Ҡорал тапшырып, аҡса ал»

Башҡортостан Республикаһы территорияһында «Ҡорал тапшырып, аҡса ал» шартлы исем аҫтында үҙ иркең менән ҡорал тапшырыу акцияһы үткәрелә. Акцияның маҡсаты – граждандарҙы законһыҙ һаҡланған ҡоралдарын, һуғыш кәрәк-яраҡтарын, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатҡыс ҡоролмаларын ирекле рәүештә бушлай тапшырырға өгөтләү.

Граждандар законһыҙ һаҡланған ҡорал, патрон, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатҡыс ҡоролмаларҙы тапшырып, аҡса ала ала. Законһыҙ ҡорал өсөн бүләкләү күләме: - газлы, пистолет – 5000 һум; - һырлы көбәкле һунар ҡоралы – 10000 һум; - сәпкә тейҙереү мөмкинлеге сикләнгән атыу ҡоралы - 7 000 һум. Аҡсалата бүләктәр күләмен лицензиярөхсәт биреү эше бүлеге хеҙмәткәрҙәрендә асыҡларға мөмкин. Әгәр полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙа законһыҙ һаҡланған ҡорал, хәрби припастар, шартлатҡыс ҡоролмалар, шартлатҡыс матдәләр тапһа һәм граждандар ирекле

рәүештә уларҙы тапшырыуҙан баш тартһа, шулай уҡ ошо ҡорал менән енәйәт ҡылынһа улар енәйәт йәки административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Законһыҙ һаҡланған ҡоралды ирекле тапшырған кешеләр енәйәт яуаплылығынан азат ителә. Законһыҙ һаҡланған ҡоралды тапшырырға теләгән граждандар БР буйынса Рәсәй гвардияһы идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлегенә мөрәжәғәт итә ала. Стәрлебаш районында ҡабул итеү офисы - Первомайский ауылы, Дуҫлыҡ урамы, 1/1 адресы буйынса урынлашҡан, тел: 8-927-96-19-121. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы документ алып килергә кәрәк.

Радик ИЛЬЯСОВ, Рәсәй гвардияһы Башҡортостан буйынса идаралығының (Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ишембай, Ауырғазы, Ғафури, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, райондары буйынса) лицензия-рөхсәт биреү эшенең өлкән инспекторы.


Читайте нас: