Белем биреү учреждениеһында иҫәптә тороусы балиғ булмағандар менән профилактик эш ойоштороу мәсьәләһе буйынса мәғариф бүлеге начальнигы М.Ә.Кәримов сығыш яһаны. Уның һүҙҙәре буйынса, район мәктәптәрендә уҡыусыларға наркотиктарҙың зыянлы булыуын аңлатыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә: сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған шәхси әңгәмәләр, саралар, тематик класс сәғәттәре үткәрелә. Хәүеф төркөмөндәге үҫмерҙәр барлыҡ класс комплекттарында өҫтәмә белем биреү учреждениеларында шөғөлләнеүгә йәлеп ителгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, тәрбиә эше программаһында барлыҡ кластар ҙа даими рәүештә сираттағы ваҡиғаға: ярышҡа, концертҡа, конкурсҡа әҙерлек менән мәшғүл булырлыҡ итеп төҙөлгән. Шулай уҡ ҡатнашыусылар район хакимиәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһында иҫәптә торған балиғ булмағандар менән иҫкәртеү эше ойоштороу барышы менән таныштырҙы. «Бөгөнгө көндә балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһында 14 үҫмер профилактик иҫәптә тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн шәхси эш һәм иҫкәртеү эше буйынса
айырым план булдырылған. Былар имен булмаған факторҙар йоғонтоһон сикләүгә, тәртибе үҙгәреүҙә, яңы ҡиммәттәрҙе, ролдәрҙе, дөрөҫ түгелдәренә алмашҡа яңы күнекмәләрҙе үҙләштереүгә йүнәлтелгән саралар. Ағымдағы йылда комиссия тарафынан балиғ булмағандарҙы иҫәптән төшөрөү тураһында ике ҡарар ҡабул ителде. Бер үҫмерҙең тәртибе төҙәлеү, икенсеһенең - күсенеүенә бәйле иҫәптән төшөрөлгән. Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең районда наркологик иҫәптә торған балалар һәм үҫмерҙәр юҡ», - тине район хакимиәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы секретары Ирина Ямалетдинова. Шулай уҡ комиссия ағзалары һәм саҡырылған ҡунаҡтар Ҡабыҡҡыуыш, Ҡарағош, Күндерәк ауыл биләмәләре башлыҡтарының «Стәрлебаш районында наркотиктар ҡулланыу һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу» муниципаль программаһының әлеге ауыл биләмәләрендә нисек үтәлеүе тураһындағы сығыштарын тыңланы. Ултырышҡа йомғаҡ яһап, Фәнүр Зөфәр улы наркоманияның таралыуына ҡаршы көрәштә эшмәкәрлек алып барған барлыҡ хеҙмәт һәм ведомстволарҙың үҙ-ара эшмәкәрлеген камиллаштырырға саҡырҙы.