Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Апрель 2018, 18:02

Геройҙар беҙҙең арала

Ошо көндәрҙә беҙ хәсрәтле датаны иҫкә алабыҙ. 32 йыл элек Чернобыль атом электр станцияһында авария була. Меңләгән кеше ғүмерен һәм сәләмәтлеген аямай уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Улар иҫәбендә Стәрлебаш ауылынан Әсғәт Әхмәҙиев та (һүрәттә) була.

Ҡулына 12-се һөнәрселек училищеһында электромонтерҙар курсын тамамлау тураһында документ алғандан һуң, йәш егет тыуған ауылына ҡайта. Механикалаштырылған ремонт-төҙөлөш берләшмәһендә бер аҙ эшләгәндән һуң, 1969 йылда Әсғәт армия хеҙмәтенә алына. Ҙур теләк менән Совет ғәскәрҙәре сафына баҫыуын егет сираттағы тормош баҫҡысы кеүек ҡабул итә. Төньяҡ флотта матрос булып хеҙмәт итә. Ике йыл һиҙелмәй үтеп тә китә. Стәрлебашҡа ҡайтҡас белгеслеге буйынса подстанцияла эшләй. Биш йылдан һуң урындағы «Стәрле» колхозына күсә. Бер ваҡыт тикшереү менән колхозға шул йылдарҙағы янғын часы начальнигы Тимер Әминев килә. Әсғәтте яуаплы хеҙмәткәр булараҡ күреп ҡалып: - Янғын часына эшкә барғың килмәйме? - тип һорай. - Беҙгә тап һинең кеүек йәш, булдыҡлы, үҙ эшенең оҫталары талап ителә. - Уйлап ҡарармын, - тип яуап бирә ул, ә үҙе шундай тәҡдимдән бер аҙ аптырап ҡала. Шулай итеп, бер аҙ ваҡыттан һуң Ә.Әхмәҙиев янғын часының берҙәм, дуҫ, татыу коллективына ҡушыла. Тәүҙә бүлек командиры була, артабан ҡарауыл начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. - 1986 йылдың декабрендә миңә, хәрби хеҙмәткә бурыслы кеше булараҡ, хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы тапшырып, йыйылышҡа саҡырҙылар, - тип хәтерләй Әсғәт Барый улы, - ә бер нисә көндән мин һәм райондан тағы ла 11 кеше поезда Тоцк ҡасабаһына киттек. Артабан уларҙы Чернобылгә ебәрәләр, атом электр станцияһынан 35 километр алыҫлыҡта хәрбиҙәр ҡасабаһына урынлаштыралар. 20-30 кеше йәшәгән палаткаларҙы тимер мейескә яғып йылыталар, бер взводҡа йыйыштырыу һәм ашарға әҙерләү бурысы йөкмәтелә. Көн тәртибе ҡәтғи була: 6.00 сәғәттә йоҡонан уянырға, иртәнге аш. Артабан, машиналарға 20шәр кеше ултырып, авария урынына баралар. Улар щетка һәм махсус иретмә ярҙамында радиация саңын йыуа. Бер сәғәт, сәғәт ярым, ҡайһы саҡ ике сәғәт эшләйҙәр, әммә унан да күп түгел. Смена аҙағында бер-береһен барлап сығалар, сөнки станцияла юғалыуы тиҙ, ундай осраҡтар ҙа булғылай. Командирҙа дозиметр була, ул ион нурланышы дозаһын үлсәй, ә кисен кем күпме нурланыш алғанын яҙып бара. Ренгтендың һуңғы дозаһы - 20 рентген-сәғәт. - Мин 19,87 нурланыш дозаһын алдым. Тыуған ауылыма ҡайттым. Яҙмыш үҙ сираты менән барҙы, әммә хәтирәләр ҡалды, - ти Әсғәт Әхмәҙиев. - «Чернобыль командаһы» менән һәр саҡ аралашып торам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгөн көндә минең менән бергә ликвидацияға барған 12 кешенең ни бары дүртеһе генә иҫән - мин, Ришат Хәмитов, Идик Яҡупов, Альберт Мөхәмәтйәров. Әсғәт Барый улы янғын часында хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй. Эшенә ҡарата намыҫлы мөнәсәбәте менән ул коллегалары һәм тирә-яҡтағылар араһында ҙур хөрмәт ҡаҙана. Ә.Әхмәҙиевтың бихисап Маҡтау грамоталары бар, ул - социалистик ярыш еңеүсеһе, ә 2004 йылда РФ Президенты Указы менән «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. - Илдә Чернобыль һәләкәте бер ҡасан да ҡабатланмаһын. Әлеге трагедия - тирәяҡҡа еңел ҡарарға ярамағанын иҫкәртеүсе фәһемле һабаҡ, - тип һүҙен тамамланы Әсғәт Әхмәҙиев.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: